+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Ашығыс ярҙам» ярҙамға ашыға

Улар өсөн ял, байрам көндәре юҡ. Улар көн-төн тип тормай. Бер бригаданы икенсеһе алыштыра, улар һәр ваҡыт сафта, һәр ваҡыт вызовҡа ашыға һәм кисектергеһеҙ рәүештә, иң мөһиме юғары профессионаллек менән ашығыс медицина ярҙамын күрһәтә.

Улар өсөн ял, байрам көндәре юҡ. Улар көн-төн тип тормай. Бер бригаданы икенсеһе алыштыра, улар һәр ваҡыт сафта, һәр ваҡыт вызовҡа ашыға һәм кисектергеһеҙ рәүештә, иң мөһиме юғары профессионаллек менән ашығыс медицина ярҙамын күрһәтә, ҡайһы ваҡыт һүҙҙең тура мәғәнәһендә ҡыл өҫтөндәге ғүмерҙе һаҡлап ҡалыу өсөн йәнтәслим көрәшә.

1898 йылдың 28 апрелендә Мәскәүҙә ике полиция участкаһына берешәр ашығыс ярҙам каретаһы беркетелеүе тураһында указ сыға. Участкаларҙа табип өсөн айырым бүлмә булдырыла, унда медик тәүлек әйләнәһенә дежур итергә тейеш була. Мобиль бригада полиция хеҙмәткәрҙәре менән бергә вызовтарға сыға, сирлеләргә, зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтә, ауыр хәлдәгеләрҙе  участкалағы стационарға алып килә. Бына шул указ сыҡҡан көн «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтенең тыуған көнө тип һанала ла инде. Һәм был көндә ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. 
Бөгөнгө көндә Әбйәлил халҡының сәләмәтлеге һағында «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтендә техник персоналдар менән бергә 32 кеше эшләй. Штат расписаниеһында 15 фельдшерға билдәләнгән йөкләмәне 11-12 фельдшер күтәрә. Ун икенсеһе — өлкән фельдшер Эльвира Халдарова. Медиктар етешмәүе сәбәпле, ял көндәрендә ул үҙе лә сменаға сығырға мәжбүр. 2021 йылдың 1 ғинуарынан «Ашығыс ярҙам» Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы ҡарамағына күсерелгән, Асҡар ауылындағы муниципаль-ара ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе тип атала ул хәҙер. Шуға  күрә урында хеҙмәт менән етәкселек итеү, отчет-табелдәрҙе тултырып тапшырыу тулыһынса Эльвира Рафаэль ҡыҙының иңдәрендә. «Белоретҡа күсеүебеҙҙең минустары ла, плюстары ла бар. Башта ҡыйын ине, улар ҙа, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе ҡабул итә алмай аҙапландыҡ, хәҙер өйрәндек инде. Эш буйынса Белоретҡа йыш йөрөйбөҙ, дарыуҙарҙы ла  улар бүлә. Яҡын ара түгел. Шулай ҙа дарыуҙар менән тәьмин ителеш элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшырҙы», — тип һөйләй ул «скорый»ҙың эшендәге күҙгә күренмәгән мәшәҡәттәре тураһында.
 Хеҙмәттә тотороҡло рәүештә өс бригада һәм ваҡыты менән дүртенсеһе тупланып график буйынса эшләй. Фельд-шерҙарҙың эш сменаһы 24 сәғәт. Бер тәүлек эш, өс тәүлек ял – хеҙмәт регламентында ошондай график ҡаралған. Әммә беҙҙә улар, нигеҙҙә, ике тәүлек аша эшкә сығырға мәжбүр. Вируслы инфекциялар ҡоторған мәлдә хатта тәүлек аша эшләргә лә тура килгеләй. Сөнки медиктар — шулай уҡ кешеләр. Сирлеләр менән туранан-тура контактта булыу үҙҙәрен дә ҡайсаҡ аяҡтан йыға. «Киҙеү, башҡа киҫкен респираторлы йоғошло сирҙәр менән тәүҙә үҙебеҙ ауырып алабыҙ», — тиҙәр «Ашығыс ярҙам»да эшләүселәр. 
Һуңғы йылдарҙа коллектив кардиналь рәүештә үҙгәргән. Фельдшерҙарҙың иң олоһо яңы илле йәшен тултырған, ҡалғандар — йәштәр. Рифат Шәмсетдинов медколледждан һуң ошо хеҙмәткә килгән һәм бер урында 10 йыл эшләй. Флүзә Һибәтова ҙур тәжрибәгә эйә. Шамил Шаһивәлиев менән Гүзәл Килдейәрова ла стажлы белгестәр: уларҙың тәүгеһе ҡалаға китеп эшләп ҡараған һәм кире Асҡарға ҡайтҡан; Дәүләттән йөрөп эшләгән икенсеһе ауылындағы ФАП-ҡа фельдшер талап ителгәс шунда күскән, ләкин күпмелер ваҡыттан күнегелгән эшенә кире килгән. Магнитогорскиҙа «Ашығыс ярҙам»да эшләүсе яҡташ йәштәрҙең районға эшкә ҡайтыуы буйынса ыңғай тенденция күҙәтелә. Мәҫәләнгә миҫал булып Хәлилдән бер туған ағалы-ҡустылы Айбулат һәм Айҙар Рәхмәтуллиндар, Таштимер ҡыҙы Лира Ғәлина тора. Ике-өс йыл элек Белорет медколледжын тамамлаған йәш фельдшерҙар — Әҡлимә Насирйәнова, Илнара Баймырҙина хеҙмәт юлын бында башлаған. Дауыт егете Артур Мөхәмәҙин да тырышып эшләп йөрөй.  Ошоғаса медбрат булып яңыраҡ фельдшерға уҡып сыҡҡан Хәлил Асҡаровтың тиҙ ярҙам күрһәтеүселәр бригадаһын тулыландырыуына өс ай.
— Коллектив татыу, берҙәм, ярҙамсыл. Эш буйынса төҙөгән махсус чатыбыҙ бар. Вызовта саҡта кемдеңдер һорауы килеп тыуһа, уның аша кәңәштәр бирәбеҙ. Ҡалаларҙа вызовтар буйынса бер бригадала ике медик йөрөй. Ә беҙҙә бер фельдшер ауырыу ҡаршыһында япа-яңғыҙы ҡала. Хәлдең ныҡ ҡатмарлы булыуы ла ихтимал бит. Ҡайһы берҙә ғүмер өсөн мөһим ҡарар ҡылырға тура килә. Шундай саҡтарҙа үҙ-ара профессиональ һәм рухи ярҙам күрһәтеүебеҙ бик мөһим, — ти Эльвира Рафаэль ҡыҙы.
Вызовтарҙы ҡабул итеү буйынса телефон артында алмаш-тилмәш 4 диспетчер — Әлмира Ғилманова, Зилә Йәноҙаҡова, Илнур Рысйәнов һәм Нәркәс Сафиуллина эшләй, бишенсе хеҙмәткәрҙәре декрет ялында. Улар барыһы ла махсус урта медицина белеменә эйәләр, «скорый» бригадалары башҡа вызовтарға сыҡҡан ваҡытта хатта телефон аша күрһәтмә биреп тәүге ярҙам күрһәтеүселәр. Әлмира Ғилманова 2000 йылда «Ашығыс ярҙам» бүлексәһенең диспетчер хеҙмәте ойошторолғандан бирле бында эшләй. Дөйөм медицина стажы — 37 йыл. Күптән түгел уның фиҙаҡәрлеге «Һөнәри оҫталыҡ һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенә тоғролоҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.
Хеҙмәттең айырылғыһыҙ бер өлөшөн, әлбиттә, водителдәр тәшкил итә. Руль артында һәр ваҡыт уяу, машина менән етеҙ идара иткән, вызов буйынса иң ҡыҫҡа юлдарҙан тиҙ алып барып еткергән профессионалдар эшләүе шарт. Шуға күрә лә улар 12 сәғәт һайын алышына. Хеҙмәттә 14 водитель иҫәпләнә. Дамир Татлыбаевтың «скорый» машинаһын йөрөтөүенә 30 йыл. «Уның менән вызовтарға сығыуы үҙе бер кинәнес, районда белмәгән ауылы, йорто, кешеһе юҡ», — ти фельдшерҙар. Рәиф Уйылданов, Рауил Әхтәмов, Фәрит Ҡаҙнабаев, Ишдәүләт Ильясов, Ринат Ғиззәтов, Флүр Лоҡманов шулай уҡ оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләйҙәр. Һуңғыһы өлкән водитель бурысын да атҡара: машиналарҙы ГСМ, алмаш өлөштәр менән тәьмин итеүгә яуаплы. 
Ошоға тиклем эш хаҡының ҡәнәғәтләнерлек булмауы арҡаһында водителдәр йыш алмашынып торған. «Финанс хәлебеҙ әкренләп яйға һалынып килә, эшкә йәштәр килә башланы. Улар араһынан Хәбир Хөсәйенов, Марат Мөхәмәтов, Нургиз Хөсәйеновты билдәләп үтер инем. Яңы ғына эшкә төшкән Юнир Шаһыбалов иһә тәүге сменаһын эшләне», — ти өлкән фельдшер.
Район халҡын биш «Ашығыс ярҙам» машинаһы хеҙмәтләндерә. Смена һайын өсәр машина выездарға йөрөй. Уларға йөкләмә шул тиклем ҙур. Шуға күрә машиналар тиҙ туҙа, йыш ҡыйрала. Тиҙ ярҙам машинаһы биш йылдан күберәк файҙаланырға тейеш түгел. Ғәмәлдә хәл башҡаса: водителдәрҙең ҡарап, ипле генә йөрөтөүҙәре арҡаһында улар оҙаҡ йылдар хеҙмәт итә.
Алыҫ-яҡын тип тормай бөтә вызовтар буйынса ла ярҙамға юллана ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүселәр. БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан раҫланған пациенттарҙы маршрутизациялау схемаһына ярашлы инфаркт,  инсульт кисереүселәрҙе, бәпәйгә ауырыған ҡатындарҙы, аварияларҙа ауыр йәрәхәттәргә дусар булғандарҙы Белорет дауаханаһына илтеү зарур. Юлда төрлө хәлдәр була: бәпәй ҡабул иткән осраҡтар ҙа, үкенескә күрә, үлем дә... Юл-транспорт ваҡиғалары, янғындар урынына ла иң тәүгеләр рәтендә «Ашығыс ярҙам» машинаһы ашыға. Ҡаза күреүселәргә урында беренсе медицина ярҙамы күрһәтелә, ауыр йәрәхәтлеләр ашығыс рәүештә дауаханаға алып кителә, үлем осраҡтарын да улар констатациялай. 
Өйҙәргә адрес табличкалары беркетелмәүе ярҙамға ашығыусы бригаданы байтаҡ тотҡарлай, ҡәҙерле ваҡытты һуҙа. Бигерәк тә ҡараңғы ваҡытта. Исмаһам урамда туҡтап һорарлыҡ кешеләр ҙә булмай шул төнөн. «Скорый» саҡыртыусылар ҡапҡа тышына сығып, фонарик яҡтыртып ҡаршылап торһалар бик яҡшы булыр ине, ти улар. Икенсе киҫкен мәсьәлә — эттәр. Хатта бәйле торғандарының да сынйыр өҙөп медиктарға ташланған осраҡтары булған. Өсөнсөһө — пациенттар үҙҙәре. «Ашығыс ярҙам» хеҙмәтен эскән һайын даими борсоған кешеләр бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре бөтөнләй адекватлылығын, оятын юғалта. Эскелек менән мауыҡҡан имен булмаған ғаиләләргә, яңғыҙаҡ ир-аттар йәшәгән йорттарға аяҡтары тартмаһа ла,  вызов булғас, барырға мәжбүр була. Бындай осраҡтарҙа водителдәргә һаҡсы, яҡлаусы бурыстарын үтәргә лә тура килә. 
Һөнәрҙәре талап иткәнсә бөтә хәл-ваҡиғаларҙа ла һалҡын ҡан, аныҡ аҡыл, тәүәккәллек менән эш иткән «Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре ваҡытында күргән дөрөҫ саралар арҡаһында күпме кешеләр үлем тырнағынан йолоп алып ҡалына, яҡты донъя менән хушлашып бөткәндәр икенсегә «тыуа». Хәүеф артҡа сиккәс кенә фельдшерҙар үҙҙәренең хис-тойғоларына юл ҡуя.  Эмоциональ, психологик яҡтан ауыр хәлдәрҙән һуң уларға көстәрен кире тергеҙергә ваҡыт, ял, аңлау кәрәк. Бигерәк тә ғаилә яғынан. «Коллегаларымдың ғаилә тылы ныҡ. Шәхси тормоштарында яҡындарының аңлауын, терәген тапмағандар «Ашығыс ярҙам»да оҙаҡ эшләмәй», — ти өлкән фельдшер Э. Р. Халдарова.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: