+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҙылса, сысҡан биҙгәге һәм талпандарға бәйле хәүеф тураһында

Асҡар үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Г. С. Рамаҙанова менән әлеге ваҡытта көнүҙәк булған һәм хәүефле сирҙәр тураһында һөйләштек.

Ҡыҙылса (корь) — балалар һәм өлкәндәр өсөн хәүефле вируслы инфекция. Ул ер йөҙөндәге иң юғары контагиозлы йоғошло сирҙәрҙең береһе, һауа-тамсы юлы менән тарала, ауырыу кешенең эргәһенән уҙып киткәндә лә зарарланырға мөмкин. Бер сирле дөйөм вентиляция шахтаһы булған 12 ҡатлы йортта йәшәүселәрҙе тулыһынса зарарлау көсөнә эйә. Ҡыҙылса ОРВИ кеүек башлана: температура күтәрелә, хәлһеҙлек күҙәтелә,  бөтә тәнде ҡыҙыл тимгелдәр баҫа: беренсе көндә бит һәм муйын, иртәгәһенә тән һәм ҡулдар, унан аяҡтар буйлап тарала. Сир төрлө кешелә төрлөсә уҙа. Уны үткәргәндәрҙә ғүмерлеккә иммунитет барлыҡҡа килә. Әммә ҡыҙылсаның ҡурҡыныс эҙемтәләргә — һаулыҡ буйынса етди проблемаларға, хатта пациенттың үлеменә килтереүе лә ихтимал. Бигерәк тә бәләкәй балалар өсөн хәүефле. 
— Вакцина уйлап тапҡандарына тиклем элек ҡыҙылса ауырыуынан балалар күпләп үлгән. Массалы вакцинация башланғандан һуң, ауырыу осраҡтары байтаҡҡа кәмей һәм ҡайһы бер кешеләр сирҙең ныҡ хәүефле булыуы, эҙемтәләре хаҡында бөтөнләй «онотоп» китте. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 2010 йылға тиклем ҡыҙылсаны тамырҙан бөтөрөү бурысын ҡуйһа ла, был маҡсатҡа өлгә-шелмәне. Сөнки ауырыу кире әйләнеп ҡайтты. Халыҡтың дөйөм иммунлаштырыуға етди ҡарамауы, дини инаныуҙарына ярашлы ҡайһы бер ҡатлам кешеләренең балаларына при- вивка эшләтеүҙән баш тартыуы, вакцинаны етештереү һәм ҡуйыуҙа өҙөклөктәр бар-лыҡҡа килеүе сирҙең яңынан тарала башлауына килтерҙе, — ти Гөлгөнә Сафуан ҡыҙы.
Ҡыҙылса буйынса хәл республикала бигүк имен түгел: әле бында йә тегендә сирләүселәр асыҡланып тора. Эргә-тирәне алғанда былтыр Сибайҙа ауырыу сығанағы булған. Беҙҙә, шөкөр, ауырыусылар юҡ. Әммә үҙәк дауаханаға сирле менән контактта булғандар тураһында мәғлүмәт килеү менән уларға карантин режимы индерелә. 21 көн дауамында пациентты даими рәүештә табип-эпидемиолог, терапевт, балаларҙы педиатр күҙәтә. Мәҫәлән, 1 февраль республика балалар клиник дауаханаһында булған район-дан 14 кеше (балалар һәм ата-әсәләр) күҙәтеү аҫтына алынған. Шулай уҡ бер ауылда аятта булған 24 кешегә зарарланыу хәүефе янаған. Ҡунаҡтар араһында күрше ҡаланан сирле менән контактта булған «Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәре булған. Шөкөр, был хафалы осраҡтар райондаштарыбыҙ өсөн имен тамамланған. 
Бәләкәй ауылдарҙың береһенә вахтанан ҡайтҡан йәш кеше ныҡ ҡына ҡурҡытып алған. Сирләп тороуына ҡара-маҫтан, ул ике көн рәттән хәрби комиссариатта йөрөй. Аҙаҡ тәнен сабыртма баҫҡас медиктарға мөрәжәғәт итә. Ҡыҙылсаға шик менән уны Сибайҙағы инфекция дауаханаһына оҙаталар. Егеттең анализдары әҙер булғансы район табиптары «сығанаҡ» булған ауылда эшләй, урындағы халыҡтың прививкаларын тикшерә, ситкә сығып йөрөүҙән тыйылып торорға кәңәш итә, егеттең әсәһенә ревакцинация яһала. Бәхеткә, тыуған ауылы халҡын ғына түгел, район буйынса призывниктарҙы хәүеф аҫтына ҡуйған яҡташыбыҙҙа йоғошло сир асыҡланмай.
Ҡыҙылсанан прививка һаҡлай. Ул кешегә ике тапҡыр — 1 һәм 6 йәшлек сағында яһала һәм ғүмер буйына сирҙең ҡурҡыныс эҙемтәләренән аралай. Вакцина эшләткәндәр ауыры-ған хәлдә лә ҡыҙылсаны еңел үткәрәләр, тип билдәләй табип.
Яҙғыһын тәбиғәт уяныу менән талпандар әүҙемләшә. 12-24 апрель арауығында рай-онда талпан ҡаҙалыуға зарланып 14 кеше (дүртәүһе бала) дауалау учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Былтырғыға ҡарағанда осраҡтар ике тапҡырға күберәк. Сәбәбен уҙған ҡышта ҡалын ҡар аҫтында бөжәктәрҙең туңып үлмәүенә һәм көндәрҙең иртә йылытыуына бәйләргә була. 14 осраҡтан тик берәүендә генә пациент бөжәкте энцефалитҡа тикшерттергән.
Ҡанэскес бөжәккә бәйле иң ҡурҡыныс сирҙе — талпан энцефалитын прививка ярҙамында иҫкәртергә мөмкин. Вакцина бер ай арауыҡ менән организмға ике тапҡыр индерелә, артабан бер йылдан, унан өс йыл һайын ревакцинация эшләнә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ул айырым категория кешеләренә, әйтәйек, урман хужалығында, ветеринария өлкәһендә эшләгәндәргә генә бүленә. Түләүле клиникаларҙа вакцина эшләтеү, бер инъекцияның 2 мең һумдан ашыуға төшөүен иҫәпкә алғанда, арыу уҡ суммаға барып баҫа. Иң яҡшыһы — үҙеңде страховкалау, ти Гөлгөнә Рамаҙанова. Үҙәк район дауаханаһынан ситкә китмәй генә «Астра-Мед» компанияһында талпандан страховкаланыу мөмкин. Полис талпанды бушлай тикшертеүҙе һәм әгәр унда талпан энцефалиты вирусы асыҡланһа, зыян күреүсегә иммуноглобулин яһауҙы гарантиялай. Препарат дарыуханаларҙа һатыуҙа ла бар. Ул тән ауырлығына ҡарап һәр 10 килограмға 1 мл-ҙан билдәләнә. Ә инде 1 мл иммуноглобулиндың хаҡын мең һум тип алғанда ла бер кешегә күпмегә төшөүен үҙегеҙ иҫәпләп сығарығыҙ. Ваҡытында башланған дауалау фажиғәле эҙемтәләрҙән ҡотолорға ярҙам итәсәк.
Әгәр вайымһыҙлыҡ күрһәтеп, ҡаҙалған талпанды алып ташлап, табипҡа мөрәжәғәт итмәһәгеҙ, организмығыҙға үҙегеҙ иғтибарлы булығыҙ. Талпан энцефалитының билдәләре 25 көн дауамында беленмәҫкә мөмкин, әммә күп осраҡта сирҙең билдәләре беренсе йәки икенсе аҙнала уҡ күренә башлай. Юғары температура, күңел болғаныу, ҡоҫоу, баш ауыртыу, быуындар, мускулдар һәм тамаҡ ауыртыу, эс китеү, ҡан китеү — ошо билдәләр күҙәтелһә, шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Боррелиоз асыҡланһа, антибиотиктар менән дауалау курсы тәғәйенләнә. Әйтергә кәрәк, үрҙә әйтеп үтелгән прививка боррелиоздан һаҡламай. Вируслы талпандан йоҡҡан был сир ҙә эҙемтәләре менән ҡурҡыныс. Ул дауаланмаған осраҡта кешене әкренләп инвалидлыҡҡа килтерә. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, эре һөйәктәр зыян күрә, күреү һәм ишетеү һәләттәре насарая, бит нервылары параличына килтереүе лә ихтимал. 
Боррелиоз булғанда ла тән температураһы күтәрелә, сирле өшөп бара, хәлһеҙлек күҙәтелә, мускулдар һәм һөйәктәр һыҙлай. Сирҙең төп билдәһе — зарарлы талпан ҡаҙалған урын балдаҡланып ҡыҙара, (эритеманың диаметры хатта 60 см-ға етеүе ихтимал), тиренең тығыҙланыуы күҙәтелә. Әгәр боррелиозға шик булһа, кисекмәҫтән инфекционистҡа мөрәжәғәт итер кәрәк.
Яҙ-көҙ миҙгелдәрендә, бигерәк тә ауыл ерендә, сысҡан биҙгәге көсәйеүсән. Былтыр районда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыуҙың өс осрағы теркәлһә, быйыл ғинуар айында бер ғаиләлә өс кеше зарарланған. Оҙаҡ ваҡыт йәшәлмәгән өйҙө таҙартыуҙары уларҙы ошондай аяныслы хәлгә килтергән. Әйткәндәй, шундайыраҡ осраҡ былтыр Туймазы районында ла булған: мәсетте таҙартыу буйынса өмәлә ҡатнашҡан 11 кеше сысҡан биҙгәген  эләктергән.
— Ауырыуҙың төп таратыусылары — ерән ҡыр сысҡандары. Шуға күрә ихаталарҙы санитар таҙартыу, кимереүселәргә ҡаршы көрәш алып барыу, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү мөһим. Асыҡ һыу ятҡылыҡтарынан алынған һыуҙы ҡайнатмайынса ҡулланмағыҙ, кимереүселәр зарарлаған аҙыҡ-түлекте ашамағыҙ, ашар алдынан ҡулдарҙы йыуығыҙ, үлән һәм һалам кеүек нәмәләрҙе ауыҙығыҙға ҡапмағыҙ, — ти табип-эпидемиолог Г. С. Рамаҙанова. Ә һаҡланғанды, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ, Хоҙай һаҡлай.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас: