Бынан тыш, тағы бер төбәк программаһы эшләйәсәк. Уның буйынса биналарҙы капиталь ремонтлау һәм учреждениеларҙы заманса медицина ҡорамалдары, мебель һәм оргтехника менән йыһазлау ҡарала. Дөйөм финанслау күләме 8 миллиард һум.
Алты йыл эсендә программа ярҙамында 54 өлкәндәр һәм 33 балалар поликлиникаһы, 25 республика медицина учреждениеһы һәм 6 стоматология поликлиникаһы ремонланасаҡ. 2024 йылда был маҡсатҡа республика бюджетынан 500 миллион һум бүленгән. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы капиталь ремонт башланған биналар исемлеген билдәләне. Улар иҫәбендә – Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика корпусы, Кувыкин һәм Һынаусылар урамдарындағы 2-се балалар поликлиникаһы филиалдары, 5-се балалар поликлиникаһы һәм Республика клиник туберкулезға ҡаршы диспансеры. Медицина учреждениелары өсөн быйыл, дөйөм суммаһы 265,1 миллион һумға 1,6 мең берәмек яңы ҡорамал, мебель һәм оргтехника һатып алыу күҙаллана.