"Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Йәмәғәт яҡлауы штабында Донецк Халыҡ Республикаһында һәм Луганск Халыҡ Республикаһында эшләп ҡайтҡан табиптар менән осрашыу уҙғарылды.
Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Римма Үтәшева ҡунаҡтарҙы Йәмәғәт яҡлауы штабында күреүенә шатлығын йәшермәне.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының төбәк Башҡарма комитеты рәйесе Руслан Насретдинов штабтың эше менән яҡындан таныштырҙы. Күптән түгел булып уҙған Рәсәй Президенты һайлауҙарында ҡатнашҡандар, киләсәктә башҡортостандар Башҡортостан Башлығын һайлаясаҡ, уға ла әҙерләнәләр. Бынан тыш "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының төрлө проекттарын тормошҡа ашырыуға тос өлөш индерәләр. "Яңы мәктәп", "Реаль эштәр", "Ватанды һаҡлаусылар", "Киләсәк һаулығы" проекттары - шуға асыҡ миҫал.
– Бынан бер нисә йыл элек башланған проекттар бөгөн айырыуса көнүҙәк, мәҫәлән, "Ватанды һаҡлаусылар" проекты уңышлы тормошҡа ашырыла, – тине Руслан Фәнәүис улы.
Дәүләт Думаһының һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Бадма Башанкаев атаҡлы табип Вил Тимербулатов тураһында маҡтап һөйләне. Бадма Николаевичтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Вил Мамил улына күптәр рәхмәтле. "Вил Тимербулатовтан кемдәрҙе ҡотҡарманы икән" тип һорау дөрөҫ булыр. Бадма Башанкаев "Берҙәм Рәсәй" сәйәси партияһының Йәмәғәт яҡлауы штабына төркөмдө ҡотҡарыу сумкаһын (уға бинттан алып носилкаға тиклем барыһы ла һалынған) бүләк итте.
Яҡташыбыҙ, күренекле табип Вил Тимербулатов аҡ халатлыларҙың фиҙакәр хеҙмәте, уларҙың кешеләрҙе ҡотҡарыуға бар көсөн йүнәлтеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ Донецк Халыҡ Республикаһында һәм Луганск Халыҡ Республикаһында эшләп ҡайтҡан врачтар һәм башҡалар уй-фекерҙәре менән бүлеште.
Фото: Илдар Аҡъюлов.