2000 йылда сафҡа индерелгән Ишмырҙа Һиҙиәтов исемендәге хосписта сирлеләрҙе йыуындырыу өсөн заманында мунса төҙөлгәйне. Тик ваҡыт үтә килә, мунса иҫкереп яраҡһыҙ хәлгә килде һәм был учреждениела дауалау үтеүселәрҙе йыуындырыуға һуңғы йылдарҙа шарттар булманы.
Район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров менән район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡовтың булдыҡлылығы менән ошо көндәрҙә күптән борсоған был мәсьәлә хәл ителде.
Рамаҙан айында райондың ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, фермерҙар, “Цемикс” заводы, “Яҡтыгүл” шифаханаһы, “Юбилейный” ял йорто изге эшкә иғәнә индерҙе. Нәҡ уларҙың ярҙамы менән паллиатив ярҙам бүлексәһендә душ бүлмәһе эшләү өсөн кәрәкле бөтә материалдар һатып алына.
Эшҡыуарҙар Азамат Тутаев менән Закир Манаповтың эшселәре ҡыҫҡа ваҡыт эсендә икенсе ҡаттағы бер палатаны иркен душ бүлмәһенә әйләндерҙе: стеналарға плитә йәбештерелде, бында эҫе, һыуыҡ һыу үткәрелде, ҙур итеп эшләнгән ишек ауырыуҙарҙы коляска менән индерергә мөмкинлек бирә.
Хосписта нигеҙҙә үҙҙәре йөрөй алмаған сирлеләр дауаланһа ла, ошоға тиклем бинаға инеү урынында пандустар булманы. Эшҡыуар Ансар Өмөтҡужиндың бригадаһы бинаға инеү баҫҡысына, шулай уҡ икенсе ҡатҡа күтәрелеү баҫҡысына пандустар ҡуйҙы.
Мәрхәмәтлек эшенән район электр селтәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Даян Сафин етәкләгән был ойошма ярҙамында яңы трансформатор ҡуйылды, бөгөн хоспис шунан электр менән тәьмин ителә.
Хосписта төҙөкләндереү эштәре дауам итә, дауаланыуға килтерелгән ауырыуҙарҙы ҡабул итеү ишеге алдындағы баҫҡыс майҙансығы коляска-каталканы индереү өсөн уңайлы итеп ҙурайтыла. Был маҡсатта эшҡыуар Руслан Шәғәлин бетон иҙмәһе менән тәьмин иткән, ошо арала бында ла эштәр теүәлләнәсәк.
– Бөтә был эштәр Илгиз Рәсүл улының һәм Фуат Рәфҡәт улының даими шәхсән күҙәтеүе аҫтында булды һәм эштәр тиҙ арала сифатлы башҡарылды, – ти район дауаханаһы баш табибының хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары Илнур Шәйбәков.
Әлбиттә, хоспис бинаһында башҡараһы эштәр күп. Түбәһенән һыу төшә, шуға ҡыйығын яңыртып ябыу мотлаҡ, тәҙрәләр ҙә пластикка алмаштырыуҙы талап итә. Район һәм дауахана етәкселегенең был тәңгәлдә төрлө инстанцияларға туҡтауһыҙ яҙған хат-мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡалмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Р. ДАУЫТОВА.