-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Август , 12:30

Гериатрия хеҙмәте белгестәре 60 мең пациентҡа ярҙам иткән

Башҡортостан Республикаһы «Демография» милли проектының «Өлкән быуын» федераль программаһында әүҙем ҡатнашыусы төбәк.  #Национальныепроектырегпроекты#нацпроектыБашкортостана

Гериатрия хеҙмәте белгестәре 60 мең пациентҡа ярҙам иткән
Гериатрия хеҙмәте белгестәре 60 мең пациентҡа ярҙам иткән

Ололар менән эшләүҙә төп иғтибар – хроник ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм һаулыҡтарын әүҙем күҙәтеү, - ти республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Гөлнара Зиннурова.

      «Өлкән быуын» федераль проекты үҙ эсенә профилактик медицина тикшереүҙәрен, диспансерлаштырыуҙы һәм диспансер күҙәтеүҙәрен ала. Гериатр-табиптарҙа тикшереү үткән өлкән йәштәге пациенттар һаны даими арта бара. 2023 йылда ғына 55 меңдән ашыу ауырыу амбулатор ярҙам алған, ә тағы ла 5 мең самаһы стационарҙа дауаланған. Республиканың гериатрия хеҙмәте 44 амбулатор гериатрия кабинетын, 205 койкалыҡ стационарҙы һәм Республика гериатрия үҙәген үҙ эсенә ала.

     Гөлнара Зиннурова билдәләүенсә, кадрҙар әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүленә. Медицина учреждениеларының

гериатрия профиле буйынса белгестәр менән тулыланыуы 90 процент тәшкил итә. Быйыл Башҡортостан 14 күп профилле стационарҙа гериатрия кабинеттарын ойоштороу буйынса пилот проектында ҡатнаша.

       “Рәсәй Президенты Владимир  Путиндың “Демография” һәм “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектарының маҡсаты булып, 2030 йылға ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә еткереү тора.  Әлегә республикала уртаса ғүмер оҙайлығы 73 йәштән ашыу тәшкил итә. Беҙҙең алда еңел булмаған бурыс тора. Был йәһәттән оло йәштәге кешеләргә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү ҙур әһәмиәткә эйә,” – тип билдәләй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: