Улар медицина тикшереүе, эпидемияға ҡаршы саралар – туберкулин диагностикаһы һәм вакцина профилактикаһы, шулай уҡ сәләмәт йәшәү рәүешен агитациялау үткәрә. Мәғариф ойошмаларының медицина хеҙмәткәрҙәре менән тулыланыуы 93 процент тәшкил итә.
Мәктәп йәшендәге балаларҙың һаулығын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса иң күбе нервы системаһы ауырыуҙары булыуы асыҡланған, икенсе урында аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары, өсөнсөлә күҙҙең насар күреүе тора.
Медицина тикшереүе үткән балаларҙың 22,8 проценты сәләмәт кешеләр төркөмөнә индерелгән, икенсе төркөмгә – 61,3 процент мәктәп уҡыусылары, 11,9 проценты хроник ауырыуҙар булғандар төркөмөнә индерелгән.
Шуныла билдәләр кәрәк, республиканыңмәктәп стоматологияһы хеҙмәте Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй.Төбәктеңмәғарифойошмаларында239стоматологиякабинетыэшләй, шуларҙың 110-ы «Сәләмәт йылмайыу» проекты ярҙамында асылған.Бынантыш, 2020 йылдың ноябренән алып даими рәүештә республика муниципалитеттарына «Толпар»күсмә стоматология комплексы сыға.Ошо йылдар эсендәбалалар стоматологтары 78 ҡала һәм районда интернаттарҙан, приюттарҙан, балалар йорттарынан, реабилитация үҙәктәренән һәм коррекция мәктәптәренән 9 мең самаһы баланы дауалаған.