-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
22 Август , 08:40

Республикала бер миллиондан ашыу кеше диспансеризация үткән

2024 йылдың тәүге ете айында Башҡортостанда бер миллиондан ашыу кеше диспансеризация үткән. 2021 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 41,8 процентҡа күберәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Республикала бер миллиондан ашыу кеше диспансеризация үткән
Республикала бер миллиондан ашыу кеше диспансеризация үткән

Диспансеризация үткәреүҙә 73 медицина ойошмаһы һәм 30 мобиль медицина бригадаһы ҡатнашҡан.

Быйыл эшләүсе халыҡтың һаулығын яҡшыртыуға йүнәлтелгән бер нисә башланғыс тормошҡа ашырылған. Мәҫәлән, Өфөләге 13-сө ҡала клиник дауаханаһы базаһында «Сәнәғәт медицинаһы үҙәге» асылған. Үҙәк эре сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре араһында профилактик медицина тикшереүҙәренең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн булдырылған. Ете айҙа 22 меңдән ашыу кеше медицина тикшереүе үткән.

    Алты күсмә медицина комплексы һатып алынған. Бынан тыш, Башҡортостанда хеҙмәтсәндәрҙең һаулығын нығытыу компетенциялары Үҙәге булдырылған. 134 корпоратив программа эшләп килә. Был программалар хеҙмәткәрҙәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртырға, уларҙың етештереүсәнлеген арттырырға һәм ауырыуҙар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән. Төп маҡсаты, ауырыуҙарҙы, бигерәк тә хроник ауырыуҙарҙы, иҫкәртеү, ауырыуҙарҙы иртә асыҡлау һәм сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереү.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: