+2 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
9 Сентябрь , 11:33

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсе звеноһы иғтибар үҙәгендә

Башҡортостанда бөтәһе 2 085 фельдшер-акушерлыҡ пункты иҫәпләнә.     #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы иғтибар үҙәгендә
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы иғтибар үҙәгендә

2019 йылдан алып «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә 433 модуль объекты асылған. 2024 йылда 135 яңы пунктты монтажлау планлаштырыла, уларҙың 92 – һе ҡоролған да инде.  2025 йылда тағы ла 134 фельдшер-акушерлыҡ пункты монтажланасаҡ. Республикала һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға иғтибар ҙур.

   Шуныла билдәләр кәрәк, 2021-2023 йылдарҙа республикала 17 яңы һаулыҡ һаҡлау объекты төҙөлгән, 66 учреждение капиталь ремонтланған.

Киләһе  йылда тағыла өс балалар поликлиникаһын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.

 Башҡортостанда беренсел медицина-санитар ярҙам сифатын яҡшыртыу өсөн 2021 йылдан алып 558 автомобиль һәм 13 908 берәмек медицина ҡорамалдары һатып алынған.

     Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын үҫтереү тәү сиратта ғүмер оҙайлығын арттырыуға йүнәлтелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: