-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
10 Октябрь , 07:25

Медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү өсөн

2019 йылдан алып Башҡортостанда «Ауыл табибы – ауыл фельдшеры» федераль программаһы сиктәрендә 812 белгес түләүҙәр алған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү өсөн
Медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү өсөн

Федераль программаға ярашлы, эш өсөн ауыл ерен һайлаған табиптар– 1 миллиондан 1,5 миллионға тиклем, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары 500 меңдән 750 мең һумға тиклем аҡса алғандар. Бынан тыш, 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программаһы старт алды, уның сиктәрендә 50 табип берәр миллион һумлыҡ түләү алған.

      Аҡсалата компенсацияларҙан тыш, төбәктә медицина хеҙмәткәрҙәрен райондарға йәлеп итеү сараһы ла бар. Әйтәйек, 2024 йылда 100 һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре торлаҡ менән тәьмин ителгән, ә 99 табиптың торлаҡ өсөн ҡуртым хаҡын медицина ойошмалары түләй. Коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү рәүешендә социаль ярҙамды 1 650 табип һәм 6 867 урта звено медицина хеҙмәткәре алған.

      Быйыл медицина хеҙмәткәрҙәре менән махсус һәм ординатура программалары буйынса маҡсатлы уҡытыу өсөн 805 кеше килешеүҙәр төҙөгән. Ағымдағы уҡыу йылында 581 студент медицина уҡыу йортон тамамлай, шуларҙың 317-һе ординатураны.2021 йылдан колледждарҙа бюджет урындарының 400 кешегәартыуыменән бәйле республика һаулыҡ һаҡлау системаһы йыл һайын яңы белгестәр менән тулылана бара.Бынантыш, Нефтекама, Учалы, Октябрьский һәм Мәсәғүт ауылдарында медицина колледждарының филиалдары асылған, унда өҫтәмә рәүештә 150 студент белем ала. Өҫтәүенә,2025 йылда  Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжының филиалын асырға ниәтләйҙәр.

    1 октябргә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда табиптар менән тәьмин ителеш 10 мең кешегә 39,14 кеше тәшкил итә, план буйынса – 39,8.

Автор:
Читайте нас: