-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
7 Ноябрь , 08:00

Рәсәйҙә айыҡ ауылдар күбәйәсәк

Рәсәй Президенты В. Путин тәҡдиме менән 2025 йылдан  яңы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты эшләй башлай. Уның бурысы, әүҙем тормош алып барған халыҡ өлөшөн бер ярым тапҡырға арттырыу һәм алкоголь ҡулланыуҙы 8,5 процентҡа кәметеү. #Владимир Путин

Рәсәйҙә айыҡ ауылдар күбәйәсәк
Рәсәйҙә айыҡ ауылдар күбәйәсәк

       Хәҙер иһә ватандаштар араһында алкоголь ҡулланыусылар күп, ҡайһы бер төбәктәрҙә спиртлы эсемлектәр магазиндары һаны өс тапҡырға артҡан, тигән Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Федерация Советында үҙған «Хөкүмәт сәғәте» дә. Сенаторҙар ведомствоның борсолоуын уртаҡлаша, әммә алкоголь һатыуҙы тыйыу — хәлдән сығыу юлы түгел, тип билдәләгән юғары палата спикеры Валентина Матвиенко. Ул комплекслы Хөкүмәт программаһын әҙерләргә тәҡдим иткән, был тәү сиратта йәш кешеләргә йәшел йылан тоҙағына эләкмәҫкә ярҙам итергә тейеш.

        Михаил Мурашко шулай уҡ «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проектының биш йыллыҡ циклына йомғаҡ яһаған. Проект иң күп капитал талап иткәндәрҙең береһе, сығымдар 1,7 триллион һум тәшкил иткән. Был ваҡыт эсендә 6 меңдән ашыу беренсел звено объекты — поликлиника һәм амбулатория яңыртылған йәки төҙөлгән, 15 яңы онкология диспансеры һәм 550-гә яҡын амбулатор онкология ярҙамы үҙәге асылған, 21 яңы балалар дауаханаһы төҙөлгән, 17 меңгә яҡын автомобиль табиптарға тапшырылған. Дауалау учреждениеларына 236 берәмек ҡорамал бирелгән, уларҙың 60 проценты — ватан ҡорамалдары.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: