Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустиндың ҡарары менән был маҡсатҡа төбәктәргә 6,7 миллиард һум бүленә.55,3 миллион һум республика беренсе типтағы шәкәр диабеты менән сирләгән 4-17 йәшлек балаларҙы глюкозаны өҙлөкһөҙ күҙәтеү системалары менән тәьмин итеү буйынса йөкләмәләрҙе берлектә финанслауға аласаҡ.Республикаға йөклө ҡатындарҙы мониторинг системалары менән тәьмин итеүгә 16,3 миллион һум бүленә.Балаларҙы һәм йөклө ҡатындарҙы бындай системалар менән тәьмин итеүгә төбәктәргә бөтәһе 2 миллиард һум самаһы аҡса бүленгән.
Шәкәр диабеты менән ауырыған балалар һәм йөклө ҡатындар өсөн ҡандағы глюкоза кимәлен даими контролдә тотоу инсулиндың дозаһын үҙгәртеү өсөн бик мөһим. Тест-полоскалы классик глюкометрҙарҙан айырмалы рәүештә, өҙлөкһөҙ оҙайлы эшләгән мониторинг системаһы тире аҫты сенсорҙарын ҡуллана. Был приборҙар тәүлек әйләнәһенә глюкоза кимәлен күҙәтеүҙе тәьмин итә һәм уның кәмеүен йәки күтәрелеүен ваҡытында белдерә.
Башҡортостандың федераль ҡаҙнаһынан тағы 14,8 миллион һум ауылдарҙа диабет менән ауырыған кешеләргә ярҙам итеүсе медицина учреждениеларын ҡайтанан йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Был маҡсатҡа бөтәһе 60 төбәккә 470 миллион һум бүленәсәк, 39 гликирланған гемоглобин анализаторы һатып алынасаҡ. Шулай уҡ 53 төбәктә эндокринология үҙәктәрен йыһазландырыуға, шәкәр диабеты менән сирләүселәр өсөн һаулыҡ мәктәптәре булдырыуға һәм үҫтереүгә 4,2 миллиард һум бүленгән.
Әйткәндәй, 2023 йылдың октябрендә Башҡортостанға федераль ҡаҙнанан эндокринология үҙәктәрен булдырыуға һәм модернизациялауға, ауыл дауаханаларын диабет диагностикаһы өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырыуға, шулай уҡ ошондай диагноз менән сирләгән пациенттар өсөн һаулыҡ мәктәптәре булдырыуға һәм үҫтереүгә 100,7 миллион һум бүленгәйне.