Һаулыҡ һаҡлау
2 Декабрь 2024, 04:00

Программа Яңы Һамар ауылын фельдшерлы иткән

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Проекттар хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға һәм медицина хеҙмәтен ауыл кешеләренә, айырыуса төпкөлгә мөмкин тиклем яҡынайтыуға йүнәлтелгән.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары уңышлы тормошҡа ашырыла. Проекттар хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға һәм медицина хеҙмәтен ауыл кешеләренә, айырыуса төпкөлгә мөмкин тиклем яҡынайтыуға йүнәлтелгән. Улар арҡылы республикала 3000-дән ашыу медицина белгесе ауыл еренә эшкә йәлеп ителгән.

“Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса райондың Яңы Һамар ауылы ла, халыҡсан тел менән әйткәндә, “выраш”лы булды. Бында былтырғы йылдың февраль айынан фельдшер булып Юлдаш Мәхмүтов эшләй башланы.
– Сығышым менән Белорет районынанмын.  Ҡала эргәһендәге Отнурок тигән ауылда тыуып үҫтем. Әммә хеҙмәт юлымдың беренсе көнөнән Әбйәлилдәмен. 2008 йылда Белорет медицина колледжын тамамлағас, иптәш егет менән эш эҙләп “Яҡты-Күл” шифаханаһына килеп сыҡтыҡ. Ул ваҡытҡа мин кәләш тә алған инем инде. Дауалау физкультураһы буйынса инструктор вазифаһын тәҡдим иттеләр. 2023 йылға тиклем 15 йыл дауамында шифаханала эшләнем. Ҡатыным Яҡтыгүл ауылындағы “Рябинушка” балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып урынлашты. 2013 йылда Йәлембәт ауылында өй һатып алып, Әбйәлилдә тамам төпләндек тиһәк тә була. Хәйер, күсеп йөрөү, эш урынын алмаштырыу миңә хас түгел. Бер урында баш баҫып эшләйем. “Ауыл фельдшеры” программаһы тураһында ишеткәс, унда ҡатнашыу тураһында ла оҙаҡ уйланым, программаның үҙенсәлектәре тураһында белештем, ҡатыным менән кәңәшләштем, үҙәк район дауаханаһының кадрҙар бүлегенән һораштым – бары тик шунан һуң ғына тәүәккәлләргә булдым, – ти Юлдаш Урал улы.
Фельдшер булып эшләп китеү өсөн уҡыу йорто биргән дипломға эйә булыу ғына әҙ. Ғөмүмән, ниндәй генә ҙур тәжрибәле хеҙмәткәр булмаһын, фельдшерҙар биш йыл һайын һөнәре буйынса яңынан әҙерләү курстары үтергә тейеш. Кеше сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн яуап биргән хеҙмәттә был бик мөһим шарт. Юлдаш Урал улы осрағында иһә бер көн дә фельдшер булып эшләп ҡарамаған кешене яҙмыш үҙе һөнәрен “яңыртыу” буйынса уҡырға этәрә. Пандемия ваҡытында тик ятҡансы уҡыу артыҡ булмаҫ тип, Ю. Мәхмүтов переквалификация үтә. Һәм шуның кәрәге программала ҡатнашыуҙа тейә лә.
– Үҙәк район дауаханаһында ниәтемде хуплап ҡабул иттеләр. Ҡайһы ФАП-тарға фельдшер талап ителеүен белгәс, яҡынлата Яңы Һамар ауылын һайланым, – ти ул.
Нигеҙҙә ауылдарҙа фельдшер булып ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәт итеүенә күнеккәнбеҙ. Ә Яңы Һамар халҡы ир-ат медикты нисек ҡабул итте икән? 
– Ҡәҙимгесә. Бында килеп китеп торған хеҙмәткәрҙәр араһында миңә тиклем дә бер ир-егет эшләгән. Икенсенән, ярты йыл медикһыҙ интеккән ауыл өсөн был мөһим дә түгелдер. Шөкөр, халыҡ мине яҡшы ҡабул итте.
Юлдаш Урал улы көн дә 8 саҡрымдағы күрше ауылға йөрөп эшләй. Шифаханалағыса уңайлыҡтар булмаһа ла, ауыл ФАП-ында эшләүҙең дә өҫтөнлөктәре бар ти ул. Эскерһеҙ ябай ауыл халҡы менән эшләүҙән күңел кинәнесе ала. Һаулыҡ һағында арымай-талмай уяу хеҙмәт итергә Гиппократ антын биргән медицина хеҙмәткәре эш ваҡытынан һуң вызовтарға йөрөргә лә ҡыйынһынмай. 
Яңы Һамар ауылының фельдшер-акушерлыҡ пункты башланғыс мәктәптең ике бүлмәһендә урынлашҡан. Эшкә килгәс тә Ю. У. Мәхмүтов уны йүнәтеп ремонтлап алған. Район дауаханаһынан да ярҙам иткәндәр, яңы ҡорамалдар биргәндәр, стендтарҙы яңыртыуҙа булышҡандар. Йәшерен-батырыны юҡ, хәҙерге заманда бөтә өлкәләрҙә лә ҡағыҙ эше күп. Юлдаш Урал улы был юҫыҡта журналдар тултырыу, документация алып барыуға өйрәткән коллегалары – Салауаттан Резеда Ишкилдина, Озерныйҙан Флүзә Ғилманова һәм Михайловканан Венера Нәбиуллинаға рәхмәтле.
Ауыл кешеләре ФАП юлын һыуытмай. Хатта күрше Әүмеш ауылы халҡы ла мөрәжәғәт итә. Нигеҙҙә табип тәғәйенләгән уколдарҙы ҡаҙатырға, ҡан баҫымын үлсәтергә йөрөйҙәр. Һөйләшеп күңел бушатырға килеүселәр ҙә булғылай. “Кемеһенә кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кәрәк, кемеһенә йылы һүҙ ҙә дауа”, – ти фельдшер.  Яңы Һамарҙа оло йәштәгеләр ҙә, күп балалы ғаиләләр ҙә байтаҡ. Юлдаш Урал улының ҡарамағында 38 бала, шуларҙың өсәүһе бер йәшкә тиклемгеләр. Фельдшер яңы тыуған сабыйҙарға өйҙәренә патронажға йөрөй. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, шәкәр диабеты буйынса диспансер иҫәбендә торған кешеләрҙең сәләмәтлек хәлен дә күҙ уңынан ысҡындырмай. Аллаға шөкөр, ауылда түшәктә ятҡан ауырыуҙар юҡ, тип һөйөнә. 
– “Ауыл фельдшеры” программаһы теүәл эшләй. Бөтә гарантиялар ҙа ваҡытында үтәлә. Ике-өс ай эсендә программа буйынса ҡаралған түләмде алдым, – ти Ю. У. Мәхмүтов. – Әлбиттә, үҙ сиратымда мин дә үҙ өҫтөмә алған яуаплылыҡты, бурыстарҙы аныҡ үтәргә тейешмен. Был, тәү сиратта, программа буйынса килешеүҙә билдәләнгән эш урынында биш йылдан да кәм эшләмәү. Ә мин, алдан әйткәнемсә, бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөргә яратмайым. Шуға күрә Яңы Һамар ауылында оҙаҡ йылдар, бәлки, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләргә иҫәп тотам. Эш хаҡынан ҡәнәғәтмен, ҙур ғаилә башлығы өсөн был бик мөһим. Быйыл март айынан түләнә башлаған федераль түләм беренсел медицина хеҙмәтләндереү звеноһы хеҙмәткәрҙәренә лә  бирелеүе эшебеҙгә ҙур баһа. 
Программа буйынса алған аҡсаны Мәхмүтовтар ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға йүнәлткән. Колхоз заманында хужалыҡ эшсәндәренә тип төҙөлгән өй иҫке генә түгел, ишле ғаилә өсөн бәләкәй ҙә булған. Аҡсаны төкөтмә төҙөүгә, йылылыҡ системаһын яңыртыуға һәм ремонт эштәренә тотонғандар. Әлбиттә, бирелгән сумма ғына етмәгән, ҡалғанын яйлап йүнәтеп бөтмәкселәр. Ауыл фельдшеры Юлдаш Урал улы ҡатыны Альбина Йомабай ҡыҙы менән дүрт бала үҫтерәләр. Иң өлкәне Айнур 11-се класҡа барған, Камил – 8-се, Алина 5-се класс уҡыусылары, Искәндәргә – 2,5 йәш. 
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас