2000 йылда ни бары 42 сантиметр оҙонлоҡта, 1,2 кило ауырлыҡта донъяға ауаз һала ул. Ғүмеренең тәүге минуттарынан сабыйға бер нисә операция талап итеүе асыҡлана. 13 көн уны яңы тыуғандарҙың исемлегенә лә яҙмайҙар. Баланың йәшәүгә ынтылышы өҫтөнлөк ала, уны Магнитогорск ҡалаһының 3-сө дауаханаһына оҙаталар.
Тейешле ауырлыҡты йыйғас, сабыйҙы өйөнә ҡайтаралар, әммә күрәһе ыҙалар алда була. Ике ай тулыуға малайҙың күҙҙәре бөтөнләй күрмәүе асыҡлана. Һигеҙ ай буйы сир менән көрәш һәм бер туҡтауһыҙ реабилитация үтеү бала өсөн дә, ата-әсәһенә лә оло һынау була. Күптәр Фәйзуллиндарға улдарын махсус интернатҡа бирергә өгөтләй, әммә ғаилә башҡаса хәл итә — улар көрәш юлын һайлай. Атламаясаҡ та, күрмәйәсәк тә тигән өмөтһөҙ диагноз ҡуйылғас та, ата-әсә лә, малай ҙа ныҡышмалы көрәшә. Әсәһе Гөлсөм Ғиззәт ҡыҙы сигенмәй, артабан төрлө дауаханалар тупһаһын тапауҙы дауам итә. Яңы йорт һала башлаған ғаилә бөтә донъяһын һатып, Санк-Петербургта дауаланыуға юллана. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, көсөргәнешле юлды үтеп, Эмиль шыуыша башлай, артабан тәүге аҙымдарын яһай. Был баланың йәшәүгә ынтылышы, ышанысы арҡаһында бойомға ашҡан бөйөк ҡаҙаныш була. Шулай итеп, 5 йәшендә малай балалар баҡсаһына аяҡ баҫыу бәхетенә ирешә.
Әммә етди һынауҙар бының менән генә бөтмәй. Дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡырға теләгән малайҙы балалар йәберләгән, коллективҡа ҡабул итмәгән, ситкә этәргән ваҡыттар ҙа була. Бындай һынауҙарға ла бирешмәй Эмиль, һаман да алға ынтыла, тырышып уҡый, балалар сәнғәт мәктәбендә ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә йөрөгән көслө рухлы малайҙың дуҫтары лә күбәйә. Башланғыс кластарҙы 1-се Асҡар мәктәбендә тамамлай һәм артабан Т. Кусимов исемендәге гимназияла уҡып, өлгөргәнлек аттестаты ала.
18 йәшендә Эмиль Фәйзуллинға тағы ла инвалидлыҡ алыу процедураһын үтергә тура килә, уға икенсе төркөм бирелә. Әммә егет үҙен 3-сө төркөмгә күсереүҙәрен үтенеп, комиссия ағзаларын аптырата. Быны Эмиль киләсәктә һөнәр алып, үҙе кеүек диагнозлы кешеләргә ярҙам итеү теләге менән аңлата.
Өфө медицина колледжын тамамлаған Эмиль үҙенең һөнәрен һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн массаж терапияһында таба. Белемен һәм махсус күнекмәләрҙе ҡулланып, церебраль паралич һәм башҡа ауырыуҙар менән сирләгән балаларға ярҙам итә. Һөнәрен камиллаштырыу, киләсәктә яңы алымдар үҙләштереү өсөн Ҡытайҙа уҡыуын дауам итергә, ауырыу балалар өсөн дауалау массажы кабинеты асыу хыялы менән йәшәй. Әйткәндәй, апайы Илмира ҡустыһына ярҙам итер өсөн мәктәптән һуң, врач-офтальмолог һөнәрен һайлай. Әле апайлы-ҡустылы, медицина хеҙ-мәткәрҙәре, икәүһе бергә Эске эштәр министрлығының һаулыҡ һаҡлау учреждениеһында эшләйҙәр. Арктикала инженер булып эшләп йөрөгән ағаһы Илһам да ҡустыһына терәк-таяныс.
Һәр аҙымы тәүәккәллек һәм үҙ-үҙенә ышаныс менән тулы Эмиль яҙмыш һынауҙарын еңеп сығыуҙан тыш, башҡаларға һаулыҡ һәм тормош өсөн көрәшергә ярҙам итеүсе лә, ошондай һынауҙарға юлыҡҡандарға көс-дәрт биреүсе лә. Бар кеше менән тиҙ уртаҡ тел таба белгән, көслө характерлы, күптәргә йәшәүгә өмөт уятҡан, тормошон ҡырҡа үҙгәрткән, ауырлыҡтарға бирешмәгән егеттең яҙмышы күптәргә өлгө булырлыҡ.