Һаулыҡ һаҡлау
11 Декабрь 2024, 06:20

118 медицина учреждениеһы яңыртыласаҡ

2024-2029 йылдарҙа Өфөлә 118 медицина учреждениеһы яңыртыласаҡ.   #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

118 медицина учреждениеһы яңыртыласаҡ118 медицина учреждениеһы яңыртыласаҡ
118 медицина учреждениеһы яңыртыласаҡ

Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыу буйынса республика программаһы эшләй, уны 2023 йылда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров башлап ебәргәйне. Ул биналарҙы капиталь ремонтлауҙы, заманса медицина ҡорамалдары, мебель һәм оргтехника менән йыһазландырыуҙы үҙ эсенә ала. Планлаштырылған дөйөм финанслау күләме 8 миллиард һум. Шуның 3,46 миллиард һумы Өфөләге 87 поликлиниканы – 54 өлкәндәр һәм 33 балалар поликлиникаһын һәм 25 стоматология поликлиникаларын капиталь ремонтлауға йүнәлтелә.

      2024 йылда дүрт медицина ойошмаһының биш бинаһы ремонтланған. Яңыртыуҙан һуң Рәсәй урамындағы 5-се балалар поликлиникаһы филиалы һәм Республика туберкулез диспансерының балалар бүлексәһе асылған.  Һынаусылар һәм Степан Кувыкин урамдарындағы балалар поликлиникаһы филиалдарында эштәр дауам итә. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының диагностика корпусы ла тәртипкә килтереләсәк.

      - Программа сиктәрендә йыл дауамында Өфөнөң медицина ойошмаларына 1 589 берәмек ҡорамал, мебель һәм оргтехника алынасаҡ. 1 декабргә 43 берәмек ҡорамал файҙаланыуға тапшырылған. Шулай уҡ,  йыл аҙағына тиклем 1 328 берәмек мебель һатып алыу планлаштырыла, шуларҙың 651 – е ҡуйылған да инде. 2025 йылға Невский урамындағы 8 – се клиник дауахана филиалдарын һәм Ғөбәйҙуллин урамындағы ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһын яңыртыу,  20 медицина ойошмаһын яңы ҡорамалдар һәм автоматлаштырылған эш урындары менән йыһазландырыу планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас