Һаулыҡ һаҡлау
26 Декабрь 2024, 03:00

Медицина хеҙмәткәре махсус социаль түләүҙәр

2024 йыл башынан Башҡортостанда 29 560 медицина хеҙмәткәре дөйөм суммаһы 4,5 миллиард һумдан ашыуға махсус социаль түләү алған.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Рәсәйҙә был ярҙам сараһы 2023 йыл башынан билдәләнгән, түләүҙәрҙе илдең бөтә төбәктәрендәге һаулыҡ һаҡлау белгестәре ала. Түләү күләме медицина хеҙмәткәренең категорияһына, ул эшләгән тораҡ пунктта йәшәүселәрҙең һанына, медицина ойошмаһының төрөнә бәйле. Хеҙмәткәрҙең хеҙмәт функцияһын үтәүенә, шулай уҡ тейешле календарь айында эшләгән ваҡытына ҡарап түләү иҫәпләнә. Илле меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа табиптар өсөн түләүҙең максималь күләме 50 000 һумға тиклем тәшкил итә, ә уртаса персонал өсөн 30 000 һумға тиклем. 50 меңдән 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа эшләгән табиптар өсөн 29 000 һумға тиклем, ә урта медицина персоналы өсөн 13 000 һумға тиклем түләү ҡаралған. 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа: табиптар өсөн – 18 500 һумға тиклем, урта медицина персоналы өсөн — 8000 һумға тиклем.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас