Һаулыҡ һаҡлау
13 Февраль 2025, 03:39

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектына 33,4 миллиард һум йүнәлтелгән

Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыуға 2019 йылдан 2024 йылға тиклем 33,4 миллиард һум йүнәлтелгән, шуның 21,9 миллиарды – федераль бюджет средстволары. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә милли проектты тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Биш йыл эсендә төбәктә 23 һаулыҡ һаҡлау объекты файҙаланыуға тапшырылған, тағы 99 – ы капиталь ремонтланған. Бынан тыш, был ваҡыт эсендә дауаханаларға һәм поликлиникаларға 12 184 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 481 санитар автомобиль бирелгән. Санитар авиация ярҙамында 682 пациент эвакуацияланған.

      «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты 54 күрһәткескә өлгәшеүҙе күҙ уңында тотҡан.  Төп иғтибар беренсел звеноны модернизациялауға, кадрҙар менән тәьмин итеүгә, онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәшкә, балалар һаулығын үҫтереүгә, шулай уҡ тармаҡты цифрлаштырыуға йүнәлтелгән.  Әйтәйек, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының бер йүнәлеше тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Башҡортостанда «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры», «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар», «Дефицитлы һөнәрҙәр», «2012 йылдан 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдар һәм ҡалаларға эшкә килгән табиптар» программалары тормошҡа ашырыла. Был программалар буйынса бөтәһе 1861 медицина хеҙмәткәре йәлеп ителгән.

Бынан тыш, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү һәм уларҙы артабан ведомство ҡарамағындағы медицина ойошмаларына эшкә урынлаштырыу өсөн маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙәр төҙөлә, медицина колледждарында бюджет иҫәбенә уҡыуға ҡабул итеүҙең контроль һандары арттырыла. Ошо йылдарҙа Нефтекама, Учалы, Октябрьский һәм Мәсәғүттә медицина колледждарының дүрт филиалы асылған.

Шуныла билдәләр кәрәк, Рәсәй Хөкүмәтенең аналитик үҙәгенең оператив мониторингы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан 2024 йыл йомғаҡтары буйынса «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының бурыстарын 100 процентҡа үтәгән, бөтә күрһәткестәргә өлгәшкән һәм төбәктәр араһында алдынғы позицияларҙы биләй.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас