Күп ултырыу йәки ауыр физик хеҙмәт һаулығыбыҙға кире йоғонто яһай, шуның менән төрлө ауырыуҙар барлыҡҡа килә. Быға юл ҡуймаҫ өсөн, организмды яҡшы формала һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләргә һуң?
Физик һаулыҡтарын һәм психологик хәлен ҡайғыртыусы кешеләр, ғәҙәттә, массажды һайлай. Яҡшы массаж сеансы көсөргәнешле мускулдарға еңеллек бирә, дөйөм хәлде яҡшырта, стресс hәм борсолоуҙарҙы еңергә ярҙам итә, иммунитетты нығыта, ҡан әйләнешен яҡшырта. Бынан тыш, уның ярҙамы менән һаулыҡты нығытырға ғына түгел, ә ябығырға ла, йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға ла була.
Люциә — Ишҡол ауылы ҡыҙы, юғары белемле уҡытыусы. Яҙмыш елдәре уны Һамар ауылына ташлай. Иптәше Фитрат менән өс балаға ғүмер бүләк иткән улар. Заманса, ҙур йорт һалып ингәндәр. Декрет ялында ултырғанда, буш ваҡытында, интернет селтәрендә үҙен ҡыҙыҡһындырған төрлө өлкәләге видеояҙмаларҙы ҡарай. Шулай итеп, интернет селтәрендә яғымлы тауышлы, мөләйем йөҙлө Рәсимә Түләкова менән танышып китә. Рәсимә апай Баймаҡ ҡалаһында биоэнергетик массаж төрҙәренә өйрәтеүсе һәм юғары кимәлдә массаж эшләүсе белгес булып сыға. Күп тә үтмәй Түләкова уларҙы массажға саҡыра. Ирле-ҡатынлы массаж процедураһынан бик ҡәнәғәт ҡалалар. Юлда ҡайтып килгәндә бер-береһенә уйҙарын уртаҡлашып, яңы һөнәрҙе үҙләштереп, массаж эшләп кешеләрҙе дауаларға тигән теләк тыуа. Мөхәмәтшиндар Орск, Мәскәү, Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалаларына йөрөп белем алалар. Оҙаҡламай өс төрлө аппаратын да ҡулға төшөрәләр. Инде өс йыл бөтә күңелдәрен һалып башҡаралар улар үҙҙәренә оҡшаған эште.
— Яҡын тирәләге ауылдарға йөрөйбөҙ, биоэнергетик массажға үҙҙәре теләп йөрөүселәр ҙә байтаҡ. Аяҡҡа баҫа алмаған инәйҙәргә, бил менән ыҙалағандарға массаждың файҙаһы ҙур, — ти улар.
Люция ял көндәрендә район үҙәгендә кешеләрҙе ҡабул итә. Ул үҙенең массаж салонын асып, уға “Оҙон ғүмерлелек һәм һаулыҡ массаж технологиялары үҙәге” тип исем ҡушырға хыяллана әле. Люциә Һамар ауылында клуб мөдире булып та эшләй. Йырларға, бейергә лә ярата, “Самарочка” вокал ансамбленә лә йөрөргә өлгөрә. Иптәше Фитрат Мөхәмәтшин Магнитогорск ҡалаһында “Консерв-Трейд” ойошмаһында һыуыҡ металл ҡырҡыусы оператор. Ял көндәрендә күңеленә ятҡан эше менән кешеләргә йәшәргә көс бирә.
— Массажды талғын ғына көй аҫтында эшләйҙәр. Алты йәшлек балаларҙан алып ҡарттарға тиклем яһатырға була. Һау-сәләмәт кешегә массаж сеансы күңел күтәренкелеге hәм яҡшы кәйеф бүләк итә. Ул терәк-хәрәкәт системаһы ауырыуҙарының яҡшы профилактикаһы. Инсульттан һуң терелеү процедураларында ҙур ярҙам, был осраҡта массаж ҡул hәм аяҡтарҙың хәрәкәтсәнлеген тергеҙеүҙә алыштырғыһыҙ фактор булып тора. Массаж ҡан баҫымын тотороҡландыра. Организмдағы алмашыныу процестарына ыңғай йоғонто яһай, — тип һөйләй массаж белгесе Люциә Мөхәмәтшина.
— Бер-беребеҙҙе аңлап, һәр атҡан таңға шөкөр итеп йәшәйбеҙ. Аллаға шөкөр, бер-беребеҙҙән уңдыҡ, һәр саҡ терәк-таяныс булып торабыҙ — ти Мөхәмәтшиндар.
Уларҙың һүҙҙәрендә бер-береһенә ҡарата ихтирам һиҙелә. Һәр кешенең бәхете яҡындарына бәйле. Эйе, ғаилә ныҡ булып, татыулыҡ хакимлыҡ иткәндә генә унда йәшәүселәрҙең күңелдәре күтәренке була. Ошондай бай күңелле, эшһөйәр, кешелекле ғаилә менән осрашырға насип булды. Мөхәмәтшиндарға киләсәктә лә бергәләп, ғаилә усағының йылыһын тойоп, яратҡан эштәренең файҙаһын күреп йәшәргә яҙһын.