Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы бөтә инфекцион ауырыуҙарҙың 95 процентын тәшкил итә. Инфекция башҡаларға ауырыу кеше менән һөйләшкәндә, ул йүткергәндә, сөскөргәндә йоға. Киҙеү ҡапыл башлана: тән температураһы 38-40 градусҡа тиклем күтәрелә, баш ныҡ ауырта, әйләнә, күҙ алмалары һәм мускулдары ауырта, күҙҙән йәш аға.
Грипты иҫкәртеүҙә иң һөҙөмтәле сара — вакцинация. Киҙеүгә ҡаршы прививканы октябрь-ноябрь айҙарында, эпидемия башланмаған саҡта, яһау яҡшыраҡ. Иммунитет яҡынса 2 аҙнала барлыҡҡа килә. Шулай уҡ организмдың һаҡланыу көсөн арттырырға, йәғни физик культура менән шөғөлләнергә, дөрөҫ туҡланырға, ваҡытында һәм етерлек ял итергә, витамин-минераль комплекстар ҡабул итергә кәңәш ителә. Ҡулдарҙы һабын менән даими йыуырға кәрәк. Ҡулдарҙы таҙартыу өсөн спиртлы матдәләр ҙә һөҙөмтәле. Ҡулдар менән танау һәм ауыҙға теймәгеҙ. Инфекция тап ошо юл менән тарала. Сөскөргәндә һәм йүткергәндә ауыҙҙы һәм танауҙы бер тапҡыр ҡулланыла торған салфеткалар менән ҡаплау мотлаҡ һәм ҡулланылған салфетканы шунда уҡ сүп-сар кәрзиненә ташларға кәрәк.
Биналарҙы даими елләтергә, иҙәндәрҙе йыш һөртөп торорға кәрәк. Өшөргә лә, тирләргә лә ярамай.
Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы эпидемияһы осоронда ҡунаҡҡа йөрөү кәңәш ителмәй.
Грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгәндә өйҙә ҡалырға, табип саҡырырға кәрәк. Өйҙә булған башҡалар менән аралашыуҙы ла мөмкин тиклем сикләргә, медицина битлеге кейергә, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү талап ителә. Был башҡаларға сирҙе йоҡтормау һәм вирус инфекцияһын таратмау өсөн мотлаҡ.
Сирҙе иҫкәртеү сараларын ҡәтғи күҙәтеү грипп ауырыуҙарынан һаҡлаясаҡ.
Гөлшат ҒИЛМЕТДИНОВА,
врач-инфекционист.