Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, республикала 889 419 бала иҫәпләнә. Шуларҙың 90 проценттан ашыуы профилактик тикшереүҙәр үткән. Һәр дүртенсе бала шифахана-курорт дауалауы алған, 10 меңдән ашыуы медицина реабилитацияһын үткән. 2024 йылда республиканың медицина учреждениеларында 3 728 балаға махсуслаштырылған һәм юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелгән, 1 762 бала федераль үҙәктәргә ебәрелгән. Республикала һигеҙ махсуслаштырылған балалар медицина үҙәге эшләй. Үткән йылдың октябрендә асылған «Салют» балалар реабилитация комплексы һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иҫәпләнгән.
Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге файҙаланыуға тапшырылыу менән онкология сирле балаларға юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү 262 осраҡҡа артҡан. Республикала тәүге тапҡыр һөйәк мейеһен күсереп ултыртыу буйынса өс операция башҡарылған.
2025 йылдан Башҡортостанда «Ғаилә» милли проекты сиктәрендә «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк проекты старт алды. Уны тормошҡа ашырыуға 714,9 миллион һум ҡаралған, шуның 700,6 миллион һумы федераль бюджеттан. Был аҡса, дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы үҙәктәре төҙөүгә, һигеҙ медицина ойошмаһында акушер-гинекологтар кабинеттарын һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһын заманса үҙгәртеп ҡороуға һәм йыһазландырыуға йүнәлтелә.