Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Март , 07:50

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы әҙер

Башҡортостан 2024 йылда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ил буйынса алдынғы булғайны.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы  әҙер
Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы әҙер

Мәҫәлән, Кушнаренко ауылында поликлиника сафҡа индерелгән, республиканың туғыҙ медицина учреждениеһында капиталь ремонт үткәрелгән, 4 меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалдары һәм автомобилдәр һатып алынған, шулай уҡ 135 модуль конструкция – 111 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 19 амбулатория, дүрт дөйөм практика табибы офисы һәм участка дауаханаһы төҙөлгән.

        2025 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.Благовещен, Учалы, Яңауыл, Асҡын, Баҡалы һәм Асҡарҙа алты поликлиниканы файҙаланыуға тапшырыу, туғыҙ объектты капиталь ремонтлау, 121 фельдшер-акушерлыҡ пункты, туғыҙ амбулатория, дөйөм практика табибының дүрт офисын төҙөү, 4 683 берәмек медицина ҡорамалдары һәм 99 еңел санитар автомобиль һатып алыу планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас: