Яңы корпус йылы коридор аша үҙәктең башҡа ике корпусы менән тоташтырылған. Дөйөм алғанда өс бина – 297 кешегә, ә яңы корпус 50 кешегә иҫәпләнгән. Унда ашхана, дауалау физкультура залы, бассейн, процедура кабинеттары, тренажер залы, йәшәү бүлмәләре бар. Бынан тыш, дүртенсе ҡатта медицина һәм реабилитация блоктары урынлашҡан, штат буйынса табиб һәм фельдшер эшләй. Бишенсе ҡатта административ блок.
Башҡортостан башлығы Р. Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙә өлкән быуын тураһында хәстәрлек күреү өҫтөнлөклө дәүләт бурыстарының береһе.
Социаль учреждениелар тап ошондай уңайлы һәм хәүефһеҙ булырға тейеш. Был ҙур төҙөлөш Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең берлектә финанслауы ярҙамында атҡарылған. Үҙәкте төҙөүгә «Демография» милли проекты буйынса 305 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.