Һаулыҡ һаҡлау
15 Май 2025, 02:30

Һаулыҡты нығытыу программалары эшләй

2019-2024 йылдарҙа Башҡортостандың 54 районында һәм 8 ҡалаһында «Демография» милли проекты сиктәрендә халыҡ һаулығын нығытыу буйынса муниципаль программалар тормошҡа ашырылды (2025 йылдан – «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты). #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һаулыҡты нығытыу  программалары эшләйҺаулыҡты нығытыу  программалары эшләй
Һаулыҡты нығытыу программалары эшләй

        Программаларҙың төп маҡсаты - сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар булдырыу, район хакимиәтенең ведомстволар, коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар менән берлектә эшләү. Саралар иҫәбендә – спорт, туристик һәм экологик объекттарҙы төҙөкләндереү, физик культура менән шөғөлләнеү өсөн зоналар булдырыу, йәмәғәт киңлектәрен йәшелләндереү, шулай уҡ ижади түңәрәктәр һәм клубтар ойоштороу. Программаларҙы тормошҡа ашырыу лидерҙары иҫәбендә Өфө, Нефтекама, Сибай, Октябрьский һәм Ишембай, Краснокама райондарын тора. Халыҡ һаулығын нығытыу буйынса саралар корпоратив кимәлдә лә ойошторола.

Әйткәндәй, иң уңышлытәжрибәләрҙе«Пакер» ғилми-производство фирмаһы, «Башҡортостан генерация компанияһы», республика йәмәғәт һаулығы һәм медицина профилактикаһы үҙәге, Республика клиник фтизиопульмонология үҙәге тормошҡа ашыра.

   Муниципаль программаларҙы ғәмәлгә ашырыу осоронда сәләмәт йәшәү рәүеше мәсьәләләре буйынса медицина ойошмаларына мөрәжәғәт итеү 20 тапҡырға артҡан, артыҡ ауырлыҡ менән сирләүҙең үҫеш темптары 1,5 тапҡырға кәмегән.  2025 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты структураһына ингән «Һәр кем өсөн һаулыҡ» яңы федераль проекты старт алды.Уныңмаҡсаты-2030 йылға ЗОЖ алып барыусы халыҡтың өлөшөн 1,5 тапҡырға арттырыу.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас