Һаулыҡ һаҡлау
18 Июнь 2025, 04:50

Асҡар дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алды

Асҡар үҙәк район дауаханаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектын ярҙамында «Элепс» яңы электрохирургия аппаратын алды.  #ВладимирПутин  

Асҡар  дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алдыАсҡар  дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алды
Асҡар дауаханаһы милли проект ярҙамында заманса ҡорамалдар алды

        “Элепс” - электрохирургияла юғары дәрәжәлә туҡымаларҙы минималь йәрәхәтләү менән операциялар үткәреү өсөн ҡулланылған заманса ҡорамал. Былар барыһы ла пациенттарҙы тиҙерәк тергеҙеүгә генә түгел, ә хирургик операциянан һуң өҙлөгөү хәүефен кәметеүгә лә булышлыҡ итә. «Был аппаратты ҡулланыу халыҡҡа күрһәткән медицина ярҙамының сифатын күпкә яҡшыртасаҡ», — тип белдерҙе Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров.

        Башҡортостан «Һаулыҡ Һаҡлау»милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына өлгәшеү кимәле буйынса беренсе урында килә. 2024 йылда төбәктә 135 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм амбулатория булдырылған, 206 берәмек автотранспорт һәм 8 меңдән ашыу медицина аппараттары һатып алынған. Был һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһын тормошҡа ашырыу осоронда рекордлы күрһәткестәр. 9 медицина объекты капиталь ремонтланған, Кушнаренкола поликлиника төҙөлгән. Медицина кадрҙары менән тәьмин итеү яҡшыра бара, уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республиканың медицина учреждениеларында 55,38 мең хеҙмәткәр эшләй.

       Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының төп маҡсаты — граждандарҙың оҙон ғүмерлелеген күтәреү. 2030 йылға  ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем, ә 2036 йылға 81 йәшкә тиклем арттырыу планлаштырыла.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас