

Фестивалде Рәсәй инвалидтар спорт союзы (РССИ) һәм Бөтә рәсәй инвалидтар йәмғиәте ойошторҙо. Был урын осраҡлы һайламаған: бында бер майҙансыҡта көслө ағымлы йылға ла, ҡаялар ҙа, ялан да бар, был дүрт төрлө дистанцияла ярыштар ойошторорға мөмкинлек бирә: тау, һыу, хәрәкәт итеү сараларында һәм йәйәүлеләр өсөн. Туризм аша реабилитацияның дауалау көсөн белеп, фестивалде ойоштороусылар хәрби бурыстарҙы үтәү барышында ауыр яраланған МХО ветерандарын командаларға саҡыра һәм быйыл күп кенә командалар составында улар ҡатнаша. Спорт сараһына Башҡортостандан, Татарстандан, Пермь крайынан, Мурманск, Свердловск, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Санкт-Петербург, Өфө, Магнитогорск ҡалаларынан 130 ҡатнашыусы килә. Өфө ҡалаһынан Бөтә рәсәй һуҡырҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһының «Ватанды һаҡлаусылар» фонды ветерандары айырым командалары алып килә. Фестивалде асыу тантанаһында Бөтә рәсәй инвалидтар ойошмаһының Башҡортостан республикаһы йәмғиәте рәйесе Олег Ротов билдәләүенсә, “үткәрелгән сараларҙың төп маҡсаты-инвалидтарҙы әүҙем ял итеү формаһына, спортҡа, команда рухын формалаштырыуға йәлеп итеү. Туриада-ул спорт ярыштары ғына түгел, ә күп ҡатнашыусылар өсөн яңы офоҡтар асыу мөмкинлеге". Биш дистанцияла ярыштар ике көн дауам итә. Ярыштарҙан тыш, фестивалде мобиль скалодромда ҡаяға үрмәләү, уҡтан атыу һәм һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәре тулыландырған. Фестивалдең мәҙәни программаһына «Иң яҡшы бивак» һәм «Балтанан бутҡа» конкурстары, Юрий Тумановтың концерты һәм патриотик йыр кисәһе ингән. 13 июлдә фестивалде ябыу һәм бүләкләү тантанаһы үткән.