

Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы ҡуйылған. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә һәм персоналға уңайлы эшләргә ярҙам иткән бөтә нәмә менән йыһазландырылған. Яңы бинала Ҡотлоғужа һәм Яңы Ҡарамыш ауылдарынан 221 кеше, шул иҫәптән 32 бала беренсел медицина-санитар ярҙамы ала ала. Ауыл халҡының һаулығын фельдшер Гөлдәриә Солтанова хәстәрләй.
“Һанлы ФАП” проекты хәҙер халыҡҡа һанлы медицина хеҙмәттәре күрһәтергә булышлыҡ итә. Фельдшер ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын дистанцион рәүештә аса, электрон рецепт яҙа, табип менән телемедицина консультацияһы үткәрә һәм медицина мәғлүмәттәрен, мәҫәлән, ЭКГ-ны, икенсе учреждениеға, Йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефтәре буйынса үҙәккә, консультацияға ебәрә ала.