Әбйәлил ветстанцияһы етәкселеге хеҙмәткәрҙәрҙең сәләмәтлеге тураһында етди хәстәрлек күрә. Районда ҡайһы бер ойошмаларҙа эшләүселәр ошоға тиклем диспансерлаштырыуҙың нимә икәнен дә белмәһә, бында йыл һайын бер эш көнөн ошо мөһим сараға арнайҙар. Медиктар бригадаһы ветстанцияла күсмә ҡабул итеү ойошторғанда райондың бөтә ауылдарынан ветеринарҙарҙың тикшерелеү үтергә килеүе күптән тәртипкә һалынған.
Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:
— Диспансеризация формаль характерҙа булырға тейеш түгел. Әкренләп медицина тикшереүҙәре һанын арттырырға кәрәк. Был оҙон ғүмерлекте арттырыуҙа мөһим инструменттарҙың береһе.
— Медицина кеше сәләмәтлеге тураһында хәстәрлек күрһә, беҙ, ветеринарҙар бөтә кешелектең именлеген тәьмин итеүселәрбеҙ. Эпизоотик хәлдең именлеге һағындағы хеҙмәтебеҙҙә күп төрлө инфекциялар, йоғошло сирҙәр менән көрәшәбеҙ, ваҡыты менән үҙебеҙҙең сәләмәтлекте хәүеф аҫтына ҡуябыҙ, шуға күрә тикшерелеп тороу мөһим, — тигән ҡарашта ветеринар хеҙмәткәрҙәр.
— Диспенсерлаштырыуҙы бер урында үтеүе шул тиклем уңайлы — дауаханаға барырға, анализдар бирәм тип оҙон сиратта торорға, кабинеттан-кабинетҡа йүгерергә кәрәкмәй, — ти Рәхмәт ауылының ветфельдшеры Таймаҫ Мансуров.
Райондың ветеринарҙар «армияһын» 38 хеҙмәткәр берләштерә. Коллективты, нигеҙҙә, урта һәм өлкән йәштәге ир-уҙамандар тәшкил итә. Мәҫәлән, Ғәбдин ауылының ветфельдшеры Хәйҙәр ағай Хөснуллинға 71 йәш булһа, Айыуһаҙынан Фирғәт ағай Арғынбаевҡа 68 йәш тулған. Тәжрибәле, мал йәнле белгестәргә бөтә халыҡ күҙ төбәп тора, улар иҫән-һау эшләп йөрөһә, ауылда тыныс күңел менән мал көтөп йәшәргә була әле.
Р. Т. Мәһәҙиев, табип-онколог:
— Диспансеризация үтеүгә яуаплы ҡараған район ветстанцияһы коллективы өлгөһөндә башҡаларҙың да сәләмәтлектәренә хәстәрлекле ҡарашта булыуҙарын теләр инем. Күптәр диспансеризацияны исем өсөн үткәрәләр тип уйлай. Дөрөҫ түгел. Нәҡ диспансеризация арҡаһында бихисап ауырыуҙар иртә стадияла асыҡлана һәм уларҙы тулыһынса дауаларға була. Ағымдағы йылда диспансеризация үтеүселәр араһында 9 кешелә йыуан эсәк, 15 кешелә һөт биҙҙәре һәм 8 кешелә аналыҡ яман шеше асыҡланды. Бынан тыш, йөрәк-ҡан тамырҙары, үпкә, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәре, глаукома, шәкәр диабеты диагноздары ҡуйылды. Кеше ауырымай тормай, ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйып, сирҙең ашҡыныуына юл ҡуймау мөһим.
Бөтә коллектив менән ветеринар белгестәр ЭКГ үтте, ҡан баҫымын үлсәтте, күҙ баҫымын ҡаратты, күсмә акушерлыҡ пунктының килеүе ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын тикшереү өсөн ҡулай булды. Ҡандағы глюкоза, холестерин кимәлен тикшертеүгә биохимик анализ бирҙеләр. Кемгәлер йәше буйынса маммография үтергә, йәшертен ҡанға кал анализы тапшырыу буйынса йүнәлтмәләр бирелде. Бөтә кабинеттарҙы үткәндән һуң иң аҙаҡ терапевт Регина Алдырханова ҡабул итте, гипертония менән яфаланыусыларға дарыуға рецепт яҙҙы, кардиограммаларҙы «уҡып» кемгәлер артабан йөрәккә тулыраҡ тикшерелеү үтергә, мотлаҡ дауаланырға кәрәк, тип кәңәш итте.