Был сараның халыҡ һаулығын профилактикалау йәһәтенән әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ ҙур. 2024 йылда, мәҫәлән, Башҡортостанда «Сәләмәтлек поездары» табиптары 170 мең пациентты ҡабул итте һәм 41 мең тикшереү үткәргән, бихисап сирҙәр асыҡланған. Республика Башлығы Радий Хәбиров «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы эшенең йомғаҡтары менән уртаҡлашты.
— Алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн күсмә медицина тикшереүен алты йыл ойошторабыҙ. Республика халҡының һаулығын һаҡлау беҙҙең төп бурыс булып ҡала. 2030 йылға Башҡортостанда ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә тиклем арттырырға тейешбеҙ. Һәм, әлбиттә, ауырыуҙарҙы ваҡытында диагностикалау беҙҙең эштә мөһим инструмент булып ҡала. Киләһе йыл-да был акцияны мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Быйылғы йылда беҙҙең районда «Сәләмәтлек поезы» 9 июндән алып 20 июнгә тиклем халыҡты Сиҙәм, Хәлил, Таштимер һәм Ташбулат ауылдарында ҡабул итте. Әбйәлил халҡын Өфө ҡалаһы республика кардиология үҙәгенең табип-кардиологы, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-неврологы, табип-ангиохирургы һәм башҡа табиптар, үҙәк район дауаханаһы табиптары ҡараны. Күсмә медицина комплексында флюорограф, маммограф та, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән күсмә ФАП-та эшләне. Улар бөтәһе 2921 пациентты ҡараған, шуларҙың 816-һына төрлө тикшереүҙәр үткәргән. Флюорография, маммографияны 523 кеше үткән. Ошо акция ярҙамында 4 кешелә яман шеш, 3 кешелә шәкәр ауырыуы асыҡланған. 37 кешенең ҡан баҫымы буйынса ауырыуҙары барлығы билдәле булған. 3 кешелә ВИЧ, 201 кешелә сифилис ауырыуы табылған. 32 кеше йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы вакциналауға йүнәлтелгән.
— Һуңғы йылдарҙа ҡан баҫымы менән ныҡ ыҙалайым, республиканан килгән табиптарға күренеп, тейешле дауалау курстары үтһәм, хәлем яҡшырыр тип өмөтләнәм, — ти 64 йәшлек пациент.
Ауырыуҙар асыҡланған пациенттарҙың барыһына ла артабан медицина ярҙамы күрһәтелгән, улар бөгөн дә табиптарҙың контроле аҫтында.
— Күсмә сәләмәтлек үҙәктәре киләсәктә районыбыҙҙың башҡа ауылдарында ла халыҡтың һаулыҡ торошон тикшерер. Алдан мәғлүмәт алып, табипҡа күренеү өсөн үҙеңде әҙерләп, бары тик уңайлы мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ғына ҡала, — поликлиника мөдире Зилиә Ғәлиәкбәрова.