Был категориялар буйынса персонал менән тәьмин ителеш 94,9 һәм 97,2 процент тәшкил итә.
Медпункттарҙың төп йүнәлеше - профилактик тикшереүҙәр үткәреү.
2025 йылдың туғыҙ айында 430 меңдән ашыу уҡыусының һаулығы тикшерелгән. Һуңғы йылдарҙа ауырыуҙар структураһы үҙгәрмәгән. Беренсе урында – нервы системаһы ауырыуҙары, икенселә – аш һеңдереү ағзалары һәм өсөнсөлә-күреү ағзалары.
2025 йылдың 1 сентябренән медпункттың штат расписаниеһына юғары шәфҡәт туташы белеме булған медицина белгесе вазифаһы индерелгән. Бынан тыш, мәктәп һәм мәктәпкәсә медицина системаһында эшләгән табип-педиатрҙар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары льготалы стаж алыу мөмкинлегенә эйә.
2030 йылға тиклем республика балалар поликлиникаларына, «Ғаилә» милли проекты буйынса мәктәп медицинаһын үҫтереү, персоналын әҙерләү һәм медпункттарҙы йыһазлау иҫәбендә, мәктәптәрҙә профосмотр үткәреү өсөн 18 күсмә медицина комплексы алынасаҡ.