Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ноябрь 2025, 11:09

Балаларҙың тештәре һау булһын!

Башҡортостан мәктәптәрендә 255 теш кабинеты эшләй. Уларҙың 110-ы «Ос әйҙә!» белем биреү проектының «Сәләмәт йылмайыу» модуле сиктәрендә асылған. Быйылғы уҡыу йылында ғына табиптар теш дауалау кабинеттарында 27109 баланы һәм 1064 уҡытыусыны ҡарағандар.

Балаларҙың тештәре һау булһын!
Балаларҙың тештәре һау булһын!

Заманлаштырылған теш кабинеттарының береһе 2020 йылда 1-се һанлы Асҡар мәктәбендә эшләй башланы. Йәш пациенттарҙы бында стоматолог Дилбәр Моратшина ҡабул итә. Ул иһә 13 йылдан артыҡ ошо һөнәренә тоғро. Табипҡа шәфҡәт туташы Зөлфиә Ялалова ярҙам итә, ул бында 2020 йылдан бирле эшләй.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров: «Балаларҙың йылмайыуы — иң мөһиме. Был йылмайыуҙар сәләмәт булһа, икеләтә яҡшы. Беҙ, өлкәндәр, Башҡортостанда нәҡ шулай булһын тип тырышабыҙ».

— Беҙҙең кабинет кәрәкле бөтә нәмә менән йыһазландырылған, — тип һөйләй Дилбәр Ильяс ҡыҙы. — Заманса стоматология ҡоролмаһы, шкаф, стерилләштереү өсөн ҡоролма бар. Райондың бөтә уҡыусыларын да ҡабул итәбеҙ. Көн дауамында беҙгә 15-кә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Балалар стоматологы белгестәре районда икәү генә булғас, сиратҡа 2 аҙна алдан яҙылып ҡуялар. Беҙгә 122 номеры аша яҙылырға мөмкин. Күбеһенсә башҡа ауылдарҙан балалар мөрәжәғәт итә.
Стоматология кабинетында кариесты иҫкәртеү саралары ла, дауалау ҙа үткәрелә. Дилбәр Ильяс ҡыҙы күбеһенсә уҡыусыларға профилактик саралар үткәреү уларҙың бәләкәстән тештәренә иғтибарлыраҡ булыуға булышлыҡ итә, тип һанай. Ул шулай уҡ ауылдарҙа үткәрелгән диспансеризацияларға ла даими йөрөй һәм уҡыусыларҙың тештәре буйынса кәңәштәрен бирә.

Миләүшә Ямалова, 1-се Асҡар мәктәбе директоры:
— Проект сиктәрендә районда тик беҙҙең мәктәпкә генә стоматология кабинеты ҡуйылды. Беренсе кластан алып сығарылыш уҡыусыларына тиклем был кабинетҡа бушлай йөрөп, тештәрен йүнәтә ала. Беҙ бөтә райондың балаларын ихлас ҡабул итәбеҙ, үҙ эшен яратып башҡарған белгестәр эшләй. Республикала балаларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртҡан ошондай проекттар булғанда киләсәк быуын физик яҡтан ныҡ һәм һау-сәләмәт булып үҫер, тип ышанам.

— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер күп балаларҙың тештәре бәләкәйҙән боҙола башлай. Теш һаулығына кире йоғонто яһаусы факторҙар етерлек. Был нәҫелдән генә түгел, туҡланыу, эсәк-ҡан тамырҙары менән проблемалар, витаминдар етешмәү, йыш ҡына татлы һәм башҡа «зыянлы» аҙыҡ-түлек ҡулланыу. Табип булараҡ, ата-әсәләрҙең иғтибарын тештәрҙе таҙартыуға йүнәлтергә теләйем: ни тиклем иртәрәк башлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ, — тип билдәләне стоматолог.
Табип Дилбәр Моратшина билдәләүенсә, хәҙер ҡорамалдар заманса ғына түгел, ә анестезия ла заман менән бергә атлай.
— Бөтә процедуралар ҙа тиерлек ауыртыуһыҙ үткәрелә, — ти ул. — Тик шулай ҙа кабинет бәләкәй булғанға күрә, ҡыйынлыҡтар осрай. Бында вентиляция юҡ, йәғни беҙ зарарлы шыйыҡсаларҙан һаулыҡҡа зыян күрәбеҙ. Улар өсөн айырым кабинет кәрәк ине.

Автор: Гульфия Хасанова 
Читайте нас