Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
21 Ноябрь 2025, 08:40

Башҡортостанда 1,5 миллиондан ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

Республикала, халыҡта дөйөм иммунитет булдырыу өсөн кәм тигәндә 60 процентына, йәғни 2,4 миллион самаһы кешегә прививка яһау мөһим. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда 1,5 миллиондан ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан
Башҡортостанда 1,5 миллиондан ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

       Әлегә республика 1,9 миллион доза вакцина алдған, өҫтәмә рәүештә тағы 403 мең доза килтереләсәк, был халыҡтың 59 процентын вакцинация менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

Башҡортостанда 1,56 миллион кешегә, шул иҫәптән 942 мең өлкәнгә һәм 622 мең балаға киҙеүҙән прививка яһалған. 10 мең йөклө ҡатынға вакцинация тулыһынса тамамланған.

Грипҡа ҡаршы вакцинация медицина ойошмаларының прививка яһау кабинеттарында, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында һәм амбулаторияларҙа үткәрелә. Өҫтәмә рәүештә 85 прививка бригадаһы аҙ хәрәкәтсән пациенттарға сыға. Шәмбе көндәре 16 сәғәткә тиклем «асыҡ ишектәр көнө» ойошторола. Вакцинацияға «Дәүләт хеҙмәттәре»порталы аша ла яҙылырға мөмкин.

Грипҡа ҡаршы вакцинация өсөн өҫтөнлөклө төркөмдәр булып, мәктәп уҡыусылары, шулай уҡ 60 йәштән өлкәндәр тора. Әйткәндәй, алдағы ике аҙнала вакцина яһатырға кәңәш ителә.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас