Асҡарҙа 150 урынға иҫәпләнгән яңы балалар поликлиникаһы сафҡа индерелә. Күптән көтөлгән медицина учреждениеһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау программаһының «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» яңы милли проекты сиктәрендә төҙөлдө.Үҙәк район дауаханаһы биләмәһендә урынлашҡан дүрт ҡатлы балалар поликлиникаһының дөйөм майҙаны 4348,77 квадрат метр буласаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы, Радий Хәбиров:
— Ауыл медицинаһының уңайлылығы өсөн яңы ФАП-тарҙың әһәмиәтен яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме – фельдшерҙарға хеҙмәттәре өсөн рәх-мәт. Тап улар беренсе булып ярҙамға килә. Республикала һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңырттыҡ. Иҫке, авария хәлендәге, йыш ҡына мейес менән йылытылған, бер ниндәй уңай-лыҡтары булмаған ағас биналар тарихта ҡала. Уларҙы уңайлы, заманса, яҡшы йыһазландырылған пункттар алмаштыра. Бындай системалы эште дауам итәсәкбеҙ.
Яңы поликлиника заманса талаптарға ярашлы буласаҡ: бында айырым инеү урыны булған ҡабул итеү — күҙәтеү боксы, ашығыс ярҙам блогы, шулай уҡ педиатрҙар, хирург, офтальмолог, эндокринолог, кардиолог һәм невролог өсөн кабинеттар эшләйәсәк. Бынан тыш, поликлиникала сәләмәт баланы ҡабул итеү кабинеты, бәлиғ булмағандарға медицина ярҙамы бүлеге, УЗИ, ЭКГ һәм массаж кабинеттары ҡаралған. Был медицина учреждениеһы иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Иң бәләкәй пациенттар өсөн тәғәйенләнгән поликлиника йыл аҙағында үҙ ишектәрен асасаҡ.
Земфира Мәхмүтова, баш табиб урынбаҫары:
— Күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа аша. Ниһайәт, район үҙәгендә бәләкәстәр өсөн айырым поликлиника буласаҡ. Был «Тәүге медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү» төбәк проекты ярҙамында мөмкин булды. Яңы поликлиникала балаларға заманса ҡорамалдарҙа медицина хеҙмәттәре күрһәтеләсәк. Пациенттар, шулай уҡ табибтар, шәфҡәт туташтары өсөн дә уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Йәш быуындың сәләмәтлеген һаҡлау эше — республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булыуы ҡыуаныслы.
Рысҡужа һәм Ярлыҡапта — заманса ФАП-тар төҙөлдө
Әбйәлилдә йыл һайын фельдшер-акушерлыҡ пункттары асыла, улар заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм халыҡҡа тәү медицина ярҙамын күрһәтә. Ағымдағы йылда «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» проекты сиктәрендә Ярлыҡап һәм Рысҡужа ауылдарында ике яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа индерелде. Был программа халыҡҡа медицина ярҙамының сифатын арттырыуға, пациенттар ҡабул итеү һәм медицина персоналына эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға йүнәлтелгән.
Яңы медпункттар заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Фельдшер кабинеты, ҡаралыу, процедуралар бүлмәләре, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, санузел, персонал өсөн бүлмәләр, медикаменттар һаҡлау ҡаралған.
— Яңы ФАП биш йөҙ кеше йәшәгән Рысҡужа халҡына медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Беҙ һәм ауыл халҡы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын түҙемһеҙлек менән көттөк, — тине тиҫтә йылдан ашыу рысҡужалар һаулығы һағында торған фельдшер Гөлсиә Абдрахманова.
Дилә Гурентьева, үҙәк район дауаханаһының ойоштороу-методик кабинеты фельдшеры:
— «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса һуңғы йылдарҙа Атауҙы, Тупаҡ, Яңы Балапан, Шәрип һәм Яҡтыкүлдә модулле ФАП-тар төҙөлдө, улар барыһы ла медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән. Йәш белгестәрҙе йәлеп итеүҙә «Ауыл фельдшеры» программаһының ярҙамы ҙур, уның аша уҙған йылда 4 медик ауылда эш башланы. Әлеге ваҡытта район буйынса медпункттарҙы яңыртыу дауам итә. Быйыл Рысҡужа һәм Ярлыҡап ауылдарында яңы, заманса ФАП-тар төҙөлдө. Алдағы биш йылда районда тағы ла 12 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Красная Башкирияла модулле табип амбулаторияһы төҙөү планлаштырылған. Былар барыһы ла республика етәкселегенең ауыл ерендә медицина ярҙамы сифатын күтәреү буйынса ныҡышмалы эш һөҙөмтәһе.
Милли проекттар ярҙамында медицина аппараттары алынды
Асҡар үҙәк район дауаханаһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында «Элепс» яңы медицина аппаратын алды. Ул электрохирургияла минималь йәрәхәтләү менән операциялар яһау өсөн заманса ҡорамал. «Был аппаратты ҡулланыу халыҡҡа медицина ярҙамының сифатын күпкә яҡшыртасаҡ», — тип белдерҙе баш табиб Илгиз Килдейәров. Ошо уҡ милли проект аша «РЕНЕКС» рентген аппараты ҡайтарылды. Был күсмә медицина ҡорамалы пациенттарға палатала дөрөҫ диагностика ҡуйырға ярҙам итә.
Үҙәк дауаханала «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты ярҙамында килгән компьютер томографы эшләй. Заманса аппарат бик кәрәк, сөнки бындай диагностика патологик үҙгәрештәрҙе иртә стадияла асыҡларға, аныҡ диагноз ҡуйырға һәм дауалауҙы тиҙерәк башларға мөмкинлек бирә. Ошо уҡ милли проект аша ике «УЗИ-Электрон» ультратауыш аппараты алынды. Заманса ультратауыш диагностикаһы яҡшы сифатлы визуализация, һүрәтте эшкәртеүҙең алдынғы технологиялары арҡаһында кәрәкле медицина ҡорамалы булып тора. Аппарат акушерлыҡ, гинекология, урология, эхокардиография, онкология, маммологияла кәрәк.
«Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса үҙәк дауаханаға ике заманса универсаль операция өҫтәле ҡуйылды. Бындай өҫтәлдәр операция яһау, унан һуң сирлеләрҙе ҡарау һәм тикшереү өсөн уңайлы.
Халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеү сифаты яҡшыра
Һуңғы биш йылда райондың медицина тармағында милли проекттар ярҙамында һиҙелерлек үҫеш булды. Иҫке флюорография аппараты яңы һанлы ҡорамалға алыштырылды. Рентген-диагностика комплексы менән йыһазландырылған яңы рентген кабинеты асылды. Яңы һанлы маммография аппараты ҡуйылды. Эндоскопия һәм колоноскопия тикшереүҙәре үткәреү өсөн ҡорамалдар ҡайтарылды. Поликлиникала өс стоматология аппараты яңыртылды һәм 1-се Асҡар урта мәктәбендә заманса теш кабинеты асылды.
Диагностика өлкәһендә заманса ҡорамалдар: яңы ультратауыш аппараттары, холтер мониторҙары, ЭЭГ һәм ЭКГ аппараттары алынды. Үпкәне яһалма елләтеү (ИВЛ) һәм наркоз аппараттарының иҫке моделдәрен алмаштырыу операция һәм анестезия хәүефһеҙлеген тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Табиптарға медицина документацияһы менән эшләү өсөн компьютерҙар яңыртылды.
«Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының беренсел звеноһын модернизациялау программаһы сиктәрендә район дауаханаһы өс «Лада Гранта» һәм «Ларгус» автомобиле алды. Улар ашығыс һәм күсмә рәүештә медицина ярҙамы күрһәтеүгә тәғәйенләнгән.