Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
12 Декабрь 2025, 11:10

Өс районында ауыл мәҙәниәт объекттары асылды

Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса йылда яңы объекттар төҙөлә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Өс районында ауыл мәҙәниәт объекттары асылды
Өс районында ауыл мәҙәниәт объекттары асылды

Әйтәйек, ошо көндәрҙә Ишембай районы Яңы Сәйет ауылында дөйөм майҙаны 309 квадрат метрлыҡ 100 урынлыҡ модулле мәҙәниәт йорто асылды.

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында майҙаны 331,2 квадрат метрлыҡ 102 урынлыҡ мәҙәниәт йорто эшләй башланы.Уны «Башҡорт баҡыры» компанияһы ярҙамында ремонтлағандар.

Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылында майҙаны 733,5 квадрат метрлыҡ 150 урынлыҡ күп функциялы мәҙәниәт йорто ишектәрен асты.

- Һеҙҙе яңы клуб асылыу менән ихлас ҡотлайым. Сабырлығығыҙ өсөн рәхмәт, беҙ был бинаны оҙаҡ төҙөнөк, әммә барыһы ла килеп сыҡты, – тине Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында мәҙәниәт һарайын асыу ваҡытында. - Яңы йыл байрамдары ошо клубта уҙғарылһын, тип теләне ул.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас