Ул беренсе звеноны нығытыуҙың өс йүнәлеш буйынса алып барылыуын һөйләне – ул инфраструктура, кадрҙар һәм процестар.
Мәҫәлән, медицина учреждениеларын төҙөү һәм ремонтлау менән бер рәттән улар өсөн яңы заманса ҡорамалдар һатып алына. 2025 йылда 5 мең берәмек төрлө техника килгән. Бынан тыш, төбәктә 99 санитар автомобиль һатып алынған.
Айрат Рәхмәтуллин шулай уҡ «Ғаилә» милли проектының «Әсәлекте һәм балалыҡты һаҡлау» төбәк проекты сиктәрендә 2025 йылда республикала Малаяҙ, Ҡариҙел, Балтас һәм Аҡъяр үҙәк район дауаханалары базаһында дүрт модулле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы асылыуы хаҡында хәбәр итте. Бында эш пациенттарҙың уңайлы йәшәүен һәм кәрәкле хеҙмәттәр алыуын күҙ уңында тотҡан яңы модель буйынса ойошторолған.
Поликлиникаларҙы һәм амбулаторияларҙы белгестәр менән тәьмин итеүҙә республикала эшләгән һөнәри белем биреү учреждениелары ҙур ярҙам күрһәтә. Тәү сиратта был Башҡорт дәүләт медицина университеты. Бынан тыш, төбәктә 15 медицина колледжы һәм уларҙың филиалдары эшләй.
Шулай итеп, системалы эш һөҙөмтәһендә республикала үлем осраҡтарын кәметеүгә тотороҡло тренд барлыҡҡа килде. Уның дөйөм күрһәткесе 2021 йылда 1 мең кешегә 16,1 осраҡтан 2025 йылда 11,4 осраҡҡа тиклем кәмегән.
Башҡортостан башлығы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыуға индергән өлөшө өсөн төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы командаһына һәм медицина учреждениеларының хеҙмәт коллективтарына рәхмәт белдерҙе.
- Дөйөм алғанда, беҙҙең медицина һуңғы йылдарҙағы заманса проблемаларҙы лайыҡлы хәл итә. Был ҡатмарлы осорҙо үтеп, тармаҡ көслөрәк һәм нығыраҡ буласаҡ, тип ышанам, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.