Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Декабрь 2025, 10:19

Һаулыҡ һаҡлау буйынса Советтың күсмә ултырышы үтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын нығытыуға иғтибар бирҙе. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Һаулыҡ һаҡлау буйынса Советтың күсмә ултырышы үтте
Һаулыҡ һаҡлау буйынса Советтың күсмә ултырышы үтте

Тәү сиратта һүҙ тейешле инфраструктура булдырыу һәм медицина ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү хаҡында барҙы.

- Быйыл йыл аҙағына тиклем Благовещенда, Учалыла, Яңауылда һәм Асҡын, Баҡалы, Асҡар ауылдарында алты яңы поликлиника асасаҡбыҙ. Бынан тыш, республиканың тораҡ пункттарында 134 модулле объект – тиҙ төҙөлә торған фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм амбулаториялар ҡуйылды, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. - 2030 йылға тиклем беренсел звено инфраструктураһын тулыһынса тәртипкә килтерергә планлаштырабыҙ.

Өфөлә медицина учреждениеларын яңыртыу буйынса айырым программа эшләй. Мәҫәлән, йыл аҙағына тиклем Өфөлә Александр Невский һәм Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин урамдарында яңыртылған поликлиникалар асыу планлаштырыла.

Башҡортостан Башлығы ауылда медицина хеҙмәткәрҙәре дефицитын кәметеүҙең мөһимлеген билдәләне.

- Беҙ ауыл медицинаһының беренсел звеноһын табиптар менән тулыландырабыҙ. «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» һәм «Бәләкәй медицина ойошмалары өсөн табиптар» программалары уңышлы эшләй. Был башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.

Үткәрелгән эштең иң мөһим һөҙөмтәһе – халыҡтың медицина ярҙамы сифаты менән ҡәнәғәт булыуы.

Сығышы аҙағында төбәк етәксеһе һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас