Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
5 Февраль , 08:28

Медицина учреждениеһы капиталь ремонттан һуң эш башлаған

Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының яңыртылған поликлиникаһы эшләй башлаған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Медицина учреждениеһы капиталь ремонттан һуң эш башлаған
Медицина учреждениеһы капиталь ремонттан һуң эш башлаған

     Поликлиникала ҡыйыҡ, фасадтар яңыртылған, эргә – тирәләге территория төҙөкләндерелгән, эске биҙәү эштәре атҡарылған, шулай уҡ яңы ҡорамалдар ҡуйылған.

    Поликлиника 28 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, йәғни сменаһына 450 кеше медицина ярҙамы ала. Бинала туғыҙ терапия участкаһы һәм көндөҙгө стационар урынлашҡан. ОРВИ билдәләре булған пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн айырым инеү урыны һәм уңайлы көтөп тороу зонаһы булған яңы бокс булдырылған.

Ремонттан һуң кабинеттар һаны 44-тән 51-гә тиклем артҡан. Халыҡтың льготалы категориялары өсөн «Башфармация» ДУП-ы дарыуҙар биреү пункты ойошторған. 28 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационарҙа уңайлы палаталар йыһазландырылған, яңы процедура ултырғыстары ҡуйылған. Медицина учреждениеһы биналары аҙ хәрәкәтсән пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн яраҡлаштырылған.

 Мәҫәлән, эндоскопия бүлеге дүрт заманса фиброгастродуоденоскопия һәм фиброколоноскопия кабинетын үҙ эсенә ала. Ремонттан һуң тикшеренеүҙәр һанын арттырыу һәм йыл һайын 3 меңдән ашыу процедураны үтәү планлаштырыла. Поликлиникала заманса цифрлы маммограф ҡуйылған.

Медицина учреждениеһының айырым кабинеты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына өҫтөнлөклө медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас