Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
11 Февраль , 16:35

Учалыла яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Учалы районына эш сәфәре барышында яңы балалар поликлиникаһында булды.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Учалыла яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы
Учалыла яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы

Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән һәм 2025 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырылған.

Майҙаны 3 мең квадрат метрҙан ашыу булған ике ҡатлы корпуста 12 педиатрия участкаһы, белгестәр, массаж, ультратауыш тикшереү кабинеттары, рентгенология кабинеты, шулай уҡ иркен регистратура, гардероб, әсә һәм бала бүлмәһе урынлашҡан.

Яңы поликлиника балаларҙы тикшереү һәм уларға беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Пациенттарҙы ҡабул итеү бында 2026 йылдан башланған, сменаһына 200 кешегә иҫәпләнгән. Был объект 14 мең йәш учалы балары өсөн сифатлы медицина хеҙмәттәре күрһәтеү мәсьәләһен хәл итәсәк.

Радий Хәбиров регистратураны, белгестәр кабинеттарын ҡараған, шулай уҡ персонал менән аралашҡан. Табиптар билдәләүенсә, яңы поликлиника медицина ярҙамының сифатын күтәрергә һәм табиптарҙың һөнәри оҫталығын тулыһынса ҡулланырға ярҙам итәсәк. Мәҫәлән, бында ҡуйылған рентген-аппарат Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәре менән кәңәшләшеү өсөн фотоһүрәттәр ебәрергә мөмкинлек бирә.

Республика етәксеһе балалар поликлиникаһының мөмкинлектәрен, шул иҫәптән телемедицинаны индереү йәһәтенән дә юғары баһаланы.

– Бында яҡшы ҡорамалдарҙа эшләүсе белгестәр штаты тулы булыуы ҡыуаныслы.. Телемедицина мөмкинлектәрен дә әүҙем үҫтерергә мөмкин. Был бигерәктә алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә алдынғы белгестәрҙән квалификациялы ярҙам алырға мөмкинлек бирәсәк, - тип билдәләй Радий Хәбиров.

Учалыла яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы
Учалыла яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы
Учалыла яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы
Учалыла яңы балалар поликлиникаһы эшләй башланы
Автор: Вил Илһамов
Читайте нас