Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Февраль , 07:50

Табиптарҙың эш хаҡы системаһы үҙгәрәсәк

Рәсәйҙә табиптарға финанс түләү механизмдарын яҡшыртыу буйынса эште дауам итергә ниәтләйҙәр. #ВладимирПутин

Табиптарҙың эш хаҡы системаһы үҙгәрәсәк
Табиптарҙың эш хаҡы системаһы үҙгәрәсәк

 Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин төбәктәрҙә яңы һаулыҡ һаҡлау объекттарын сафҡа индереү тантанаһында сығыш яһап белдерҙе.

"Беҙ беренсел медицина-санитар ярҙам учреждениеларының һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының бөтә кимәлдәренең ресурс базаһын нығытыуҙы, шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләү алымдарын яңыртыуҙы дауам итәсәкбеҙ», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт Башлығы.

Ул шулай уҡ медицинала фәнни ҡаҙаныштарға таянып, заманса ҡорамалдар ҡулланыу, яңы алымдар үҙләштереү системаһы үҫтереү кәрәклеген билдәләне. Параллель рәүештә тармаҡҡа прогрессив цифрлы платформалар индереү планлаштырыла.

Президент билдәләүенсә, Рәсәйҙә медицина белгестәре өсөн заманса һәм уңайлы хеҙмәт шарттары булдырыуға, барлыҡ граждандарға ла ваҡытында һәм сифатлы ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн барыһыла эшләнәсәк.

Автор: Вил Илһамов
Читайте нас