126 медицина хеҙмәткәре «Земство табибы. Земство фельдшеры» федераль программаһы буйынса түләүҙәр аласаҡ, дәүләт ярҙамы күләме 141,8 миллион һум тәшкил итәсәк. Тағы 33 урта медицина белгесе «Земство фельдшеры» төбәк программаһы буйынса 500 мең һумдан аласаҡ, был маҡсатҡа 16,5 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү төп бурыс булып ҡала.
«Земство табибы» һәм “Земство фельдшеры " программалары буйынса 280 миллион һумға 259 медицина хеҙмәткәре ярҙам алған.Улар араһында 1,5 миллион һумдан 107 табип, 1 миллион һумдан 53 табип алған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, табиптарҙы маҡсатлы йүнәлмә буйынса әҙерләү урындарҙа белгестәр ҡытлығын ябыуҙа ҙур роль уйнай. Йыл һайын министрлыҡ студенттарҙы маҡсатлы уҡытыу өсөн килешеүҙәр төҙөй, былтыр ошондай 907 килешеү төҙөлгән.
Былтыр 89 табип һәм 83 урта медицина персоналы торлаҡ менән тәьмин ителгән, тағы ла 372 табип һәм 421 урта медицина белгесе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
Әйткәндәй, ауылға эшкә күскән табиптарға 1 миллион һум түләнә, фельдшерҙар, акушерҙар һәм шәфҡәт туташтары 500 мең һум алыуы мөмкин. Улар ауылда ерендә кәмендә биш йылдан ашыу эшләргә тейеш була.