

Был маҡсатҡа 84 төбәккә бөтәһе 10 миллиард һум бүленгән.
Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында Башҡортостан иң ҙур бюджет-ара трансферт аласаҡ. Татарстанға бер аҙ аҙыраҡ — 164,9 миллион һум, Һамар өлкәһенә 147,9 миллион һум бүленә.
Федераль ярҙам тәбәктәрҙә медицина ойошмаларының мәғлүмәт системаларының ОМС системаһы һәм берҙәм һаулыҡ һаҡлау мәғлүмәт системаһы сервистары менән үҙ-ара эш итеүен тәьмин итә аласаҡ. Шулай уҡ электрон документ әйләнеше, шул иҫәптән яһалма зиһен ҡулланып, индереү дауам ителәсәк.
Министрҙар кабинетында билдәләүҙәренсә, саралар һаулыҡ һаҡлау системаһының артабанда яҡшырыуын, шул иҫәптән табипты өйгә саҡырыу йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» аша табиптарға яҙылыу, дауахана, рецептар һәм башҡа медицина документтарын электрон төрҙә формалаштырыу өсөн кәрәк. Был мөмкинлектәрҙән рәсәйҙәрҙең өстән бер өлөшө файҙалана.
Был саралар һаулыҡ һаҡлау системаһының һөҙөмтәлелеген арттырыр, табиптарға административ эште кәметер, ә пациенттарға кәрәкле ярҙамды тиҙерәк алыу мөмкинлеген бирер тип иҫәпләйҙәр.