

Ойошма транспортты 121,9 миллион һумға бирә, ике аукцион буйынса башланғыс хаҡ 149,1 миллион һум тәшкил иткән булған.
77,9 миллион һум ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн «В» класындағы 14 машина һатып алыуға йүнәлтелә.
44 миллион һумға С-реанимобиль класындағы ете автомобиль һатып алына. Был автомобилдәрҙең өсәүһе ашығыс медицина ярҙамы һәм һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә, икәүһе Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына, берәре республика балалар клиник дауаханаһына һәм республика клиник перинаталь үҙәгенә оҙатыла.
Һатып алыуҙар Башҡортостан бюджетынан финанслана. Машиналарҙа дефибрилляторҙар, электрокардиографтар, үпкәләрҙе яһалма елләтеүҙең портатив аппараттары һ.б. булырға тейеш. Реанимобилдәрҙә шулай уҡ пациенттың реанимация - анестезиологик мониторы булырға тейеш.