Һаулыҡ һаҡлау
13 Мая , 06:07

Федераль проекттар ярҙамында эшләнә

Башҡортостанда 2026 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға 1,4 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 992 миллион һум йүнәлтеләсәк. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Федераль проекттар ярҙамында эшләнәФедераль проекттар ярҙамында эшләнә
Федераль проекттар ярҙамында эшләнә

2025 йылда Башҡортостанда «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектының «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу» федераль проекты ярҙамында Асҡарҙа, Благовещенда, Учалыла, Яңауылда, Асҡында һәм Баҡалыла алты поликлиника төҙөлдө. Бынан тыш, туғыҙ медицина ойошмаһы капиталь ремонтланған, 137 тиҙ төҙөлә торған модуль конструкция, шул иҫәптән 124 фельдшер-акушерлыҡ пункты ҡороп ҡуйылған.

Республикала медицина ойошмаларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә. 2025 йылда һаулыҡ һаҡлау учреждениелары 5 мең берәмек ҡорамал ала, шул иҫәптән маммографтар, рентген-аппараттар һәм УЗИ аппараттары. Шулай уҡ медицина ойошмалары өсөн 99 санитар автомобиль һатып алынған.

2026 йылда Иглин ауылында поликлиника төҙөй башлау, Октябрьский ҡалаһының 1-се ҡала дауаханаһының балалар стационарын һәм Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының стационарын капиталь ремонтлау күҙаллана. Шулай уҡ республикала һигеҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас