Һаулыҡ һаҡлау
15 Мая , 04:30

«Сәләмәтлек поездары» үҙ эшен дауам итә!

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк»  акцияһы дауам итә. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

«Сәләмәтлек поездары» үҙ эшен дауам итә!«Сәләмәтлек поездары» үҙ эшен дауам итә!
«Сәләмәтлек поездары» үҙ эшен дауам итә!

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 11 майҙан 17-һенә тиклем  «Сәләмәтлек поездары» Әлшәй, Благовар, Бүздәк, Дыуан һәм Учалы райондарында, шулай уҡ Нефтекама ҡалаһына ҡараған ауылдарҙа  эшләй. Алыҫтараҡ урынлашҡан ауылдарҙың халҡы табиптар менән бушлай кәңәшләшә ала.

Ошоға тиклем “Сәләмәтлек поезы” Әбйәлил районының Красная Башкирия һәм Байым ауылдарында халыҡты ҡабул итте, шулай уҡ республика кардиоүҙәгенең кардиомодуле эшләне, Байымда шулай уҡ стоматология кабинеты халыҡты ҡабул итте.

Ведомствола белдереүҙәренсә, алдан яҙылыу юҡ, сират буйынса ҡабул итәләр. Үҙең менән паспорт һәм мотлаҡ медицина страховкалауы полисын алырға кәрәк.

Акция Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса үткәрелә һәм «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас