Һаулыҡ һаҡлау
11 Июня , 06:32

Башҡортостан дарыуҙар өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ

Рәсәй Хөкүмәте федераль бюджеттан төбәктәргә льготалы категория граждандары өсөн дарыуҙарға, медицина изделиеларына һәм дауалау туҡланыуына субвенциялар бүлде. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан дарыуҙар өсөн  өҫтәмә аҡса аласаҡБашҡортостан дарыуҙар өсөн  өҫтәмә аҡса аласаҡ
Башҡортостан дарыуҙар өсөн өҫтәмә аҡса аласаҡ

Башҡортостан ошо маҡсатҡа 37,1 миллион һум аласаҡ.

Төбәктәргә өҫтәмә рәүештә 1,7 миллиард һум бүленә. Иң ҙур суммаларҙы Мәскәү — 197,2 миллион, Мәскәү өлкәһе — 91 миллион һәм Санкт-Петербург — 71 миллион һум аласаҡ.

Инвалидтар, Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүселәр, Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары, Ленинград блокадаһында, Севастополь һәм Сталинград ҡамауында булғандар, дарыуҙар, медицина изделиелары һәм дауалау аҙыҡтарын бушлай аласаҡ.

Бынан алда федераль хөкүмәт льготалыларға дарыуҙар һәм медизделиелар менән тәьмин итеүгә бүленгән суммаларҙы индексацияланы, был өҫтәмә финанслауҙы талап итте. Был маҡсатҡа 2026 йылда федераль бюджетта бөтәһе 74 миллиард һум ҡаралған.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас