Һаулыҡ һаҡлау
11 Июня , 06:52

Ялған медицина белешмәләре өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин 10 июндә хәүефле ауырыуҙар булмауы тураһында ялған медицина белешмәһе биргән өсөн енәйәт яуаплылығы индереүсе законға ҡул ҡуйҙы.  #ВладимирПутин

Добавить в предпочтительные источники Google
Ялған медицина белешмәләре өсөн енәйәт яуаплылығы индереләЯлған медицина белешмәләре өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә
Ялған медицина белешмәләре өсөн енәйәт яуаплылығы индерелә

Законға ярашлы, тирә-яҡтағылар өсөн хәүефле сир булмауы тураһында ялған белешмәне сығарған, файҙаланған йәки һатҡан өсөн 1 миллион һумға тиклем штраф менән дүрт йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.

Әгәр һүҙ инфекцион ауырыуҙың булмауы тураһында белешмә тураһында барһа, яза биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү һәм 1,5 миллион һумға тиклем штраф тәшкил итәсәк.

Шулай уҡ закон бындай енәйәттәрҙе интернет аша, хеҙмәт урынын файҙаланып, алдан килешеп йәки башҡа енәйәтте йәшереү маҡсатында башҡарған өсөн ҡатыраҡ яза биреүҙе күҙ уңында тота. Был осраҡтарҙа иң юғары яза 1 миллиондан 2 миллион һумға тиклем штраф менән алты йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡарала.

Әгәр енәйәт ойошҡан төркөм тарафынан башҡарылһа йәки кешеләрҙең күпләп зарарланыуына йәки башҡа ауыр эҙемтәләргә килтерһә, ғәйеплеләргә һигеҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү һәм 3 миллион һумға тиклем штраф янай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас