Һаулыҡ һаҡлау
23 Июля , 03:53

Владимир Путин остазлыҡ системаһын контролгә алырға ҡушты

Президент Владимир Путин төбәктәрҙә йәш табиптар өсөн остазлыҡ (наставничество) системаһының нисек эшләгәнен даими тикшереп торорға бойороҡ бирҙе.  #ВладимирПутин

Владимир Путин остазлыҡ системаһын контролгә алырға ҡуштыВладимир Путин остазлыҡ системаһын контролгә алырға ҡушты
Владимир Путин остазлыҡ системаһын контролгә алырға ҡушты

Был эш менән Дәүләт советы комиссияһы, «Халыҡ фронты» һәм Милли медицина палатаһы берлектә шөғөлләнәсәк. Уларҙың төп маҡсаты — йәш белгестәрҙең эш урынында үҙҙәрен нисек тойоуын, тәжрибәле табиптарҙан ниндәй ярҙам алыуын асыҡлау. Был мәғлүмәттәрҙе Хөкүмәткә тапшырып торасаҡтар. Тәүге ҙур отчет 2026 йылдың көҙөнә әҙер булырға тейеш, артабан иһә мониторинг йыл һайын үткәреләсәк.

Был яңылыҡ осраҡлы түгел. Быйылғы йыл аҙағында ҡабул ителгән законға ярашлы, төбәк етәкселәре йәш табиптарҙы эшкә урынлаштырыу, уларға остаз тәғәйенләү һәм социаль яҡтан ярҙам итеү өсөн шәхсән яуаплы.

Ҡыҫҡаһы, дәүләт йәш белгестәрҙең «яңғыҙ» ҡалмауын һәм тәжрибәле коллегалары ҡарамағында һөнәри үҫешен дауам итеүен теләй. Был саралар медицина өлкәһендә кадрҙар етешмәү мәсьәләһен хәл итергә һәм йәш табиптарҙың төбәктәрҙә нығынып эшләүенә булышлыҡ итергә тейеш.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас