

Был — республикала тәүге тапҡыр ҡабул ителәсәк мөһим ҡарар.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән проектҡа ярашлы, пациенттарға процедураға йөрөү өсөн аҡсалата компенсация түләнәсәк. Уның күләме йәшәү урынына бәйле: ҡалала йәшәүселәргә һәр сеанс өсөн 500 һум, ә райондарҙа йәшәүселәргә — 700 һум ҡаралған. Айына күпме аҡса алыуҙары пациенттың дауаханаға нисә тапҡыр барыуына ҡарап иҫәпләнәсәк.
Был ярҙамды пациенттарҙың үҙҙәренә йәки бәлиғ булмаған балаларҙың ата-әсәләренә биреү планлаштырыла. Аҡсаны социаль ярҙам үҙәктәре аша күсерәсәктәр.
Бөгөнгө көндә республикала 1420 кеше гемодиализға мохтаж. Уларҙың тормош сифатын яҡшыртыу өсөн төбәк бюджетынан йылына 120 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана.
Әлегә документ коррупцияға ҡаршы экспертиза үтә. Әгәр барыһы ла план буйынса барһа, был яңылыҡ 2027 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк. Министрлыҡ белдереүенсә, был аҙым ауыр сир менән көрәшкән кешеләргә матди яҡтан ҙур терәк буласаҡ.