Һаулыҡ һаҡлау
19 Августа , 09:38

Башҡортостанда балалар һаулығын һаҡлау системаһы камиллаша

Республикала йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыу йүнәлешендә ҙур эштәр башҡарыла. Бөгөн төбәктә балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙең һөҙөмтәле өс кимәлле системаһы төҙөлгән. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Башҡортостанда балалар һаулығын һаҡлау системаһы камиллашаБашҡортостанда балалар һаулығын һаҡлау системаһы камиллаша
Башҡортостанда балалар һаулығын һаҡлау системаһы камиллаша

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һөйләне.

Бөгөнгө көндә республикала 880 меңгә яҡын бала йәшәй. Уларҙың һаулығын һаҡлау менән 1,5 меңдән ашыу педиатр шөғөлләнә. Медицина ярҙамының сифатын күтәреү маҡсатында 55 поликлиника, һигеҙ муниципаль-ара үҙәк һәм Өфөләге алдынғы клиникалар (РДКБ һәм 17-се дауахана) берҙәм селтәр булып эшләй.

Министр билдәләүенсә, профилактика эштәре лә киң ҡолас алған: йыл башынан алып йөҙҙәрсә мең бала медицина тикшереүе үткән, ә ҡатмарлы осраҡтарҙа федераль үҙәк белгестәре менән телемедицина аша кәңәшләшеү мөмкинлеге булдырылған. Шулай уҡ эндокринология, менталь сәләмәтлек һәм башҡа йүнәлештәр буйынса 12 махсуслаштырылған үҙәк уңышлы эшләп килә.

Инфраструктураны яңыртыу ҙа иғтибар үҙәгендә. Мәҫәлән, 5-се балалар поликлиникаһы һәм фтизио-пульмонология үҙәгенең балалар бүлексәһе яңыртылды, ә алдағы ваҡытта тағы ла бер поликлиника бүлеген ремонтлау планлаштырыла. Бынан тыш, алыҫ райондарҙағы балаларҙы тикшереү өсөн заманса мобиль диагностика комплекстары ҡулланыла башланы.

Ошо эштәрҙең барыһы ла балаларға медицина ярҙамын тағы ла яҡынайтыуға һәм сифатлыраҡ итеүгә йүнәлтелгән.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас