Һаулыҡ һаҡлау
16 Сентября , 04:00

Ауыл табиптарын дәртләндереү өсөн өҫтәмә аҡса бүленә

Беҙҙең республикала медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү дауам итә.  #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Ауыл табиптарын дәртләндереү өсөн өҫтәмә аҡса бүленәАуыл табиптарын дәртләндереү өсөн өҫтәмә аҡса бүленә
Ауыл табиптарын дәртләндереү өсөн өҫтәмә аҡса бүленә

РФ Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанға «Земство табибы» һәм «Земство фельдшеры» программалары (программа «Земский доктор» и «Земский фельдшер») буйынса түләүҙәр өсөн тағы ла 17,4 миллион һум аҡса йүнәлтелә.

Был финанс ярҙамы ауылдарҙа, ҡасабаларҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа эшләргә теләгән белгестәр өсөн ҙур этәргес булып тора. Дөйөм алғанда, ил буйынса 18 төбәккә 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был аҡса иҫәбенә яҡынса 500 медицина хеҙмәткәрен — табиптарҙы, фельдшерҙарҙы, шәфҡәт туташтарын һәм акушерҙарҙы — эшкә йәлеп итеү планлаштырыла.

Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин билдәләүенсә, бындай саралар алыҫ төбәктәрҙә йәшәүселәр өсөн медицина ярҙамын күпкә яҡынайтырға һәм сифатын күтәрергә ярҙам итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге программалар сиктәрендә белгестәр 500 меңдән 2 миллион һумға тиклем бер тапҡыр бирелә торған компенсация ала ала. Түләүҙең күләме эш урынына һәм белгестең квалификацияһына ҡарап билдәләнә. Был мөһим социаль проекттар 2030 йылға тиклем ғәмәлдә буласаҡ, тимәк, ауыл медицинаһына яңы көстәр килеүе дауам итәсәк.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас