Һаулыҡ һаҡлау
9 Октября , 09:11

Республика шифаханалары ял итеүселәр һаны буйынса лидер

Башҡортостандың шифахана-курорт учреждениелары йылдан-йыл популярлығын арттыра бара. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика шифаханалары ял итеүселәр һаны буйынса лидерРеспублика шифаханалары ял итеүселәр һаны буйынса лидер
Республика шифаханалары ял итеүселәр һаны буйынса лидер

Быйылғы йылдың тәүге һигеҙ айында Башҡортостанда һауыҡтырыу үҙәктәрендә 155 меңдән ашыу кеше ял итеп, дауаланған. Былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, шифаханаларға килеүселәр ағымы 5 процентҡа тиерлек күтәрелгән.

Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, Волга буйы федераль округында Башҡортостан был йәһәттән беренсе урында тора. Беҙҙең төбәк күрһәткестәре күрше Татарстан (128,3 мең) һәм Пермь крайы (112,5 мең) менән сағыштырғанда ла юғарыраҡ.

Дөйөм алғанда, Волга буйы төбәктәрендә шифаханаларға ҡыҙыҡһыныу арта бара — округ буйынса ял итеүселәр һаны 5,7 процентҡа артҡан. Иң ҙур үҫеш Ырымбур өлкәһендә күҙәтелһә лә, абсолют һандар буйынса Башҡортостан әлегә алдынғы позицияларҙы һаҡлап ҡала. Шул уҡ ваҡытта Пенза, Һарытау, Ульяновск өлкәләрендә һәм Удмуртияла шифаханаларға йөрөүселәр һанының кәмеүе күҙәтелә.

Ил кимәлендә лә ыңғай тенденция һаҡлана: Рәсәй шифаханаларында һигеҙ ай эсендә 5 миллионға яҡын кеше ял иткән, был былтырғыға ҡарағанда 6,8 процентҡа күберәк. Был күрһәткестәр халыҡтың сәләмәтлегенә иғтибарҙың артыуын һәм эске туризмдың үҫешен раҫлай.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас